Кадрҙар мәсьәләһе һаулыҡ һаҡлау системаһында мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Заманса инфраструктура бөгөн медицина ярҙамының ҙур күләмен күрһәтергә мөмкинлек бирә. Был хаҡта бөгөн Өфөлә медицина колледжы базаһында үткән кәңәшмәлә Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе. Унда һаулыҡ һаҡлау системаһын кадрҙар менән тәьмин итеүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына бик күп транспорт һатып алына. Фельдшерҙар медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн үҙҙәре машина йөрөтөп бара алырға тейеш. «Беҙгә яңы программа булдырырға һәм фельдшерҙар, медицина белеме менән бергә лицензияға һәм автотранспорт менән идара итеү хоҡуғына эйә булһын өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Үҙҙәре эшләйәсәк фельдшер-акушерлыҡ пункттарына килгәндә үк үҙҙәрен ышаныслы тойорға тейештәр, ҡул аҫтында машина, ҡорамалдар булһын, интернет менән файҙалана алһындар. Башҡортостандың «Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты»
Буласаҡ фельдшерҙар машина йөрөтә белергә лә тейеш
16 сентября 202316 сен 2023
1 мин