Сибайҙар “Оркестрға асҡыс” тип аталған классик музыка лабораторияһының эшендә ҡатнашты. Башҡортостан Милли симфоник оркестрының был проекты Рәсәй мәҙәниәт фонды тарафынан бирелгән грантты файҙаланып тормошҡа ашырыла һәм Урал аръяғының өс ҡалаһында – Магнитогорскиҙа, Сибайҙа һәм Белоретта үтә. Сибайҙың йәш таланттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре Сибай сәнғәт колледжында уҙҙы: ҡаланың музыка учреждениеларында белем алған 100-ҙән ашыу студент һәм уҡыусы Башҡортостандың Дәүләт оркестрының сағыу солистары менән йәнле аралашыу мөмкинлегенә эйә булды. Улар флейта, кларнет, торба һәм һуҡма музыка ҡоралдарында уйнау серҙәре менән уртаҡлашты. Юғары музыка менән танышыу Сибай филармонияһында дауам итте, унда БР Милли симфоник оркестрының концерты аншлаг менән үтте, ә концертҡа тиклем тыңлаусылар фотокүргәҙмәне ҡарап, оркестрҙың тормошо менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлегенә эйә булды. Фотокүргәҙмә филармонияның фойеһында урынлашты: ике оҫта фоторәссамдың - Евгений Евтюхов менән Владимир Подкользиндың эш
Башҡортостандың Милли оркестры сибайҙарҙы ҡыуандырҙы
16 сентября 202316 сен 2023
1 мин