Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...

Күҙгә ташланған беренсе һалдат янына киләм. Уныһы ҡоралын таҙартыуын белә. “Алмас” икән, Яңауылдан. Һүҙгә һаран. Сентябрҙән алып бында. Оҙаҡламай отпускыға ҡайтырға йыйына. Ҡурҡыныс түгелме, тиһәм, нормально, барыһы ла ерунда, барыһы ла үтә, тип ҡуйҙы, эшенән айырылмайынса ғына. “Үлем менән туранан-тура осрашҡаның булдымы?” – тим. – Булды. Башҡалар күргәнде мин дә күрҙем. Илдус янына бар, ул матур һөйләй, – тип яуҙаш дуҫына ебәрҙе. Аңлашыла, отпуск көткән кеше күптән күңеле менән тыуған яғында инде, шуға бөтәһе лә “ерунда”, эйе, сафсата. Илдустың позывнойы “Байруш”. Уныһы иһә атаһының ҡушаматы, Байруштың малайҙары тип йөрөтәләр икән уларҙы ауылдарында. Ир-азаматтың бик дәртле, алсаҡ, иҫ киткес тормошто яратҡан, ҡыҙыҡһыныусан икәне йөҙөнә яҙылған. Ул үҙе – өс бала атаһы. Ваҡытында Финляндия сигендә сик буйы һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән. Ҙур бәшмәккә оҡшаған көләпәһе кино-фотоларҙа күргән афған һуғышы егеттәрен күҙ алдына баҫтырҙы. “Өс бала атаһы тип ебәрмәй бер булдылар әле тәүҙә, ныҡыша торғас, фатиха бирҙеләр. Тураһын әйтәм, аҡса яғынан минең проблема булманы. Мин – төҙөүсе, үҙемдең бригада бар ине. Донъям теүәл. Үҙ теләгем менән килдем. Илде фашизмдан, америка эттәренән һаҡларға кәрәк”, – тине ул, күрешкәс тә. – Һуғышҡа ингән көнөңдө иҫләйһеңдер? – тим. – 19 сентябрҙә Херсон өлкәһендә “передок”ка барып индек. Ике вертолет менән 40 кешене ебәргәйнеләр, өсәү үлде, ун беребеҙ яраланды. Беҙҙе көндөҙ индереп ебәрҙеләр. Дүрт сәғәт һөжүм иттеләр. Миномет, пулемет, бөтә нәмәнән аттылар ғына. Беҙҙекеләр тағы ла ҡатыраҡ ебәрҙе. 17 кеше алға киттек. Туҡтап ҡалманыҡ, башҡорттар сигенеүҙе белмәй бит инде. Ҡурҡып торорға ла ваҡыт булманы. – Ҡурҡыталыр, әле бер шартлауға минең теҙ быуындарым ҡалтырап төштө, – тим һөйләшеүҙе йәнләндерер өсөн. – С корабля на бал, тигәндәй, нисек инеп киткәнде лә һиҙмәй ҡалдыҡ, шуға ҡурҡып торорға ваҡыт та булманы. Ә атыуҙарына, шартлауҙарына өйрәнеп бөткәнбеҙ инде, ҡайҙан, нисек, күпме ваҡыт осҡанына тиклем беләбеҙ, – көлөмһөрәй үҙе. Һуңынан мобилизацияла булған яугирҙәр янында, алғы һыҙыҡта булғанда ла, әле бында ла шуны аңланым: яу яланында һәр яугир, минометтан аталармы, “град”тарҙан ебәрәләрме, орудие зыңҡытамы – шунда уҡ тауышынан ут ярсығының ниндәй алыҫлыҡтан ебәрелгәненә тиклем белеп, аңлап тора. Онотолоп китеп эшенә мөкиббән бирелгән саҡта ла уның был тауыштарға инстинкты үҙенән-үҙе уяна, барыбер ишетә, барыбер аң дөрөҫ яуап бирә. Тегеләр атһа, бер төрлө ишетелә, беҙҙең “вылет”тар “үҙебеҙҙең” тауыш менән оса. Тәүҙә тауышы ишетелә, аҙаҡ, алыҫлығына ҡарап, 6 – 10 секунд эсендә килеп төшә тамуҡ киҫәге. Һиңә табан осоп килә икән, йә ағасҡа, йә яныңда ниндәй ышыҡ бар, шунда һыйынаһың, иң йәтеше – окопҡа һылашып ятыуың. – Дошман менән күҙгә-күҙ осрашҡаның булдымы? – Беҙҙән 100 – 150 метр арала торған саҡтары булды инде. Херсонда. Күренеп йөрөп яталар шунда. Һөйләшкәндәре ишетелә, күбеһе – поляктар. Ҡара тәнлеләрҙе күреп аптыраным. Бында, Донбасста, осрағандары юҡ. Кисә “Шаман”дың әйткәне раҫ икән, ысынлап та НАТО ялланыусыларына ҡаршы һуғышабыҙ. – Атып үлтергән дошманың да булғандыр... – Булғандыр инде, ул турала уйлай башлаһаң, һуғышҡа килеп йөрөргә тейеш тә булмайым түгелме? Белеп килдек. Уларҙы, фашистарҙы, башҡаса нисек аҡылға ултыртаһың. Һин үлтермәһәң, ул һине сәпәйәсәк. – Шулай инде, һуғыш ҡанундары ҡаты. Ишембай районынан был ротала ете кеше. Үҙҙәренә айырым ҡыуыш ҡороп алғандар. Телгә алған тәүге алышта Йәнырыҫ ауылынан яҡташын юғалтыуҙы бик ауыр кисерә Илдус. Алғы һыҙыҡта ятып ҡала яугир. “Байруш” өс иптәше менән уның кәүҙәһен алып сығарыр өсөн яу яланына ике төн бара. Беренсе төн таба алмай ҡайталар. Ҡараңғыла, бер ниндәй утһыҙ-яҡтыһыҙ, ипләп кенә һәрмәнеп, мәрхүм дуҫын эҙләп йөрөгән егеттәрҙе күҙ алдына килтереп, эстәрем өҙөлөп китә. Атлап та, шыуышып та баралар. Үҙҙәре минаға ла эләгергә мөмкин бит әле. Иртәгәһенә таң алдынан бер аҙ яҡтылыҡ һыҙаты беленә башлағас ҡына табалар. Ергә ҡапланып ятып мәрхүм булған... Ҡәҙерле дуҫын плащ-палаткала икешәр-икешәр алмашлап күтәреп килеп, көткән машинаға һалып ебәрәләр. Алға киткән подразделениены ике көндән генә Илдустар ҡыуҙырып етә. Күренекле яҙыусы Константин Симонов Бөйөк Ватан һуғышының ҡыҙған мәлендә шайморатовсылар янында булып, 1942 йылдың 31 июлендә “Красная звезда” гәзитендә “Башҡорт дивизияһында” тип аталған очеркын баҫтырып сығара. Ул беҙҙең кавалерия дивизияһының тарихын, һалдаттарҙың көнкүрешен генә яҡтыртып ҡалмай, ә батыр башҡорт яугирҙәренең данын бар илгә таныта. Илдустың әлеге тарихты һөйләгәндә шул очеркта батырҙарса һәләк булған майор Нафиҡовты нисек яу яланынан алып сыҡҡандары иҫемә төштө: “Эҫелектән иҙрәгән июль көндәре. Артта, алыҫта ҡалды Урал. Тар ғына дала йылғалары ярҙарында баҫышып килгән немецтар менән ҡан ҡойғос алыштар бара. Фронттың был участкаһында немецтар туҡтатылды, әммә һуғыштың тынғаны юҡ. Һәр бер көн һәм һәр төн яңы ҡорбандар килтерә. Ауылдар ҡулдан-ҡулға күсә, ә төндәрен офоҡ өҫтөндә шәфәҡ ҡалҡа. Унда башҡорттар аттарында ла, йәйәүләп тә һуғыша. Күптәр юҡ хәҙер, полк командиры майор Нафиҡов та тыуған Башҡортостанына ҡайта алмаҫ инде. Кискә табан ул дивизия штабына сабып килгәйне. Полковник Шайморатов уға приказ тотторҙо һәм, үҙенең һөйөклө офицерын оҙатып, артынан оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Нафиҡов үҙенә бүләк итеп бирелгән туратын шпорланы, һәм уның таштарға тейеп шаҡылдаған тояҡтары аҫтынан туҙан ҡубып ҡалды. ...Төнөн Әпсәләмов менән Юлдашбаев, өс разведчик менән дошман сылбыры аша үтеп сығып, командирҙары майор Нафиҡовтың кәүҙәһен алып ҡайтырға китте. Улар уны беренсе төндә таба алманы, икенсе төндә лә тапмай ҡайтты, ә өсөнсө төнгә ҡаршы нисек итеп булһа ла табырға ҡарар итте. Әгәр кешеләр шундай ҡарарға килә икән, улар уны үтәй ҙә. Һәм улар тап шулай эшләне лә. ...Аяуһыҙ алыштарҙа үтте июль. Кис етеп килә. Шайморатов штабының одеял менән ҡапланған тәҙрәләре янында командирҙар картаға төбәлгән. Улар сираттағы төнгө һөжүм планын тикшерә. Лампаның һүрәнерәк нурҙары уларҙың киң һөйәкле бронза төҫөндәге йөҙҙәрен яҡтырта. Ә ауыл аръяғындағы быуала, һыу өҫтөндә киске оҙон күләгәләрен сағылдырып, атта һыбай ултырған көйө, шәрә кавалеристар һыу инә. Урал ауылдарының күңелсәк егеттәре улар, һыу һибешәләр, һыҙғырышалар, ай-һайтлап ҡысҡырышалар. Улар шат күңелле, аяуһыҙ алыш барған көндәрҙә һуғышты оноттора алған бер генә минут булыуына ла ҡыуана ине”. Элек тә уҡ юнған, илен ҡурсыған, ярһыу атҡа ырғып менгән башҡорт бөгөн дә шул килеш, һаман да ҡурҡыу белмәҫ һуғышсан, сабый кеүек эскерһеҙ, тип ҡуям тағы ла.