Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бик тәмле балан бәлеше

Тиҙҙән, тәүге ҡырауҙарҙан һуң, баландар ҙа тәмләнер. Һеҙҙең иғтибарға Рәмзиә Хажиеваның балан бәлеше рецебын тәҡдим итәбеҙ. "250 грамм аҡ майҙы туңдырғыстан алып, туң килеш ҡырғыс аша үткәрҙем. Онға бер балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 3 аш ҡалағы шәкәр, бер семтем тоҙ һалып, май менән бутаным. Шуға 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, бер йомортҡа һәм 30-40 грамм самаһы ныҡ һалҡын һыу һалып, йомшаҡ, әммә ҡулға йәбешмәгән ҡамыр баҫтым. Ял иттерергә һалҡын урынға ҡуйып торҙом. Эслек өсөн 500 грамм туң баланға 5 аш ҡалағы манный ярмаһы, 2 аш ҡалағы крахмал, 400 грамм самаһы шәкәр һалып болғаттым. бәлешемде алдан 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30 минут бешерҙем", - тип яҙа Рәмзиә Хажиева. Фото һәм сығанаҡ: vk.com/sovet1001receipt