Башҡортостандың ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларында урынлашҡан «Үҫеш нөктәһе» төбәк белем биреү үҙәктәре селтәре 2023 йылдың 1 сентябренән тағы 67 үҙәккә артҡан. Бөгөн беҙҙә уларҙың дөйөм һаны 665 тәшкил итә. 29 августа Өфө районының Шамонин ауылы мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге мәғариф үҙәктәре педагогтары өсөн республика методик семинары үтте. Семинарҙың пленар өлөшөндә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлеге начальнигы Жанна Миникеева, Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын арттырыу үҙәге етәксеһе Эльза Бәширова ҡатнашты. Семинар программаһы «Химия», «Физика», «Биология» предметтары, робот техникаһы нигеҙҙәре һәм пленар өлөш буйынса оҫталыҡ дәрестәренән торҙо. Шамонин, Николаевка ауылдары мәктәптәре һәм С.С. Ильин исемендәге Жуков ауылы мәктәбе уҡытыусылары һанлы лабораторияларҙы дәрестә һәм дәрестән тыш эшмәкәрлектә практик ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Семинарҙа бөтә ре
Башҡортостанда тағы 67 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды
16 сентября 202316 сен 2023
1 мин