Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Арбам ватылмаһа ярар ине...

Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән Хаҙый Мөхәмәтйәнов социаль селтәрҙә баҡса уңышы - ҙур ҡабаҡтары менән уртаҡлашты. Иң ҙуры сама менән 18 килограмм самаһы, тип яҙған ул. "Хаҙый ағай, уны нисек ашап бөтөрәһең инде, тип ҡыҙыҡһына ауылдаштары. - Еңгәгеҙ бәләкәйерәгенән нимәлер эшләй, ҡайнатма һәм тағы ла нимәлер. Күп тә сәсмәйем, дүрт-биш орлоҡтан өс-дүрт сыға, шулары үҫә инде. Орлоҡҡа шуларҙан алып ҡалам. Ҡалғанын мал-тыуар яратып ашай, - ти уңған баҡсасы. Был иҫ китмәле уңышты күргән кешеләр Хаҙый ағайҙан орлоҡ та һорай башлаған. Фото Хаҙый Мөхәмәтйәновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.