Баймаҡ районының Темәс ауылы мәктәбендә уҡыусылар филология фәндәре кандидаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Гөлсәсәк Саламатова менән осрашты. Ғалимә китап уҡыусыларҙы актер һөнәре, сәнғәт институты менән таныштырҙы, «Зәбих Исҡужин: Һаҡмар буйынан бер егет...» китабы тураһында һөйләне һәм мәктәп китапханаһына китаптарын бүләк итте. Осрашыуҙың иң мөһим өлөшө «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр төбәк-ара конкурсында ҡатнашҡан И. Розалияға Ғәйнислам Ибраһимов исемендәге махсус премияны тапшырыу булды. Ғәйнислам Ибраһимов «Урал батыр» эпосын популярлаштырыуға ҙур өлөш индерҙе. Ул эпосты төрөк теленә тәржемә иткән һәм был эш 1996 йылдың мартында Анкарала төрөк телендә айырым китап булып баҫылып сыҡты. Ғәйнислам Ибраһимов исемендәге премия уның туғандары тарафынан булдырылған һәм йыл һайын «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы йомғаҡтары буйынса яҡшы һөҙөмтәләр өсөн тапшырыла. Йәш быуында үҙ ереңдең шәхестәренә ҡарата ихтирам һәм хөрмәт тәрбиәләү буйынса алып барылған маҡсатлы эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға туранан-тура булышлыҡ итә. Сығанаҡ һәм фото: education.bashkortostan.ru