Башҡортостан халҡы арҙаҡлы улдарының береһе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуҙы билдәләй. Ошо айҡанлы батырҙың тыуған яғы Көйөргәҙе районында, Өфө ҡалаһында һәм республика төбәктәрендә саралар үтә. Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында республиканың тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусылары ҡатнашлығында башҡорт старшинаһының тормошона һәм хәрби юлына бағышланған семинар үтте. Уның барышында башҡорт хәрби начальнигының һәм күп ҡырлы шәхестең тормош юлын тағы ла ентеклерәк өйрәнеү мәсьәләләре күтәрелде, ул йәшәгән осорҙа Башҡортостан биләмәһендә барған тарихи ваҡиғаларға анализ яһалды. Семинарҙа Өфө ҡалаһы һәм республика ҡала-райондары мәктәптәренең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусылары ҡатнашты. Улар алдында билдәле тарихсылар, Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары Искәндәр Сәйетбатталов менән Рәмил Рәхимов сығыш яһаны. Сараны асып, семинарҙа ҡатнашыусыларҙы БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сәләмләне. Ул бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа тыуған иленең тарихын белгән һәм уның менән ғорурланған илһөйәр, сәйәси йәһәттән аңлы быуын тәрбиәләү, тарихыбыҙға дөрөҫ ҡараш формалаштырыу тап тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусылары иңенә һалыныуын айырып билдәләне. Тарихсылар Рәмил Рәхимов менән Искәндәр Сәйетбатталов башҡорт старшинаһы Кинйә Арыҫлановтың шәхесенә ентекле анализ яһаны, уның башҡорт халҡының һәм Рәсәй тарихына тотҡан ролен билдәләне. Сығыш яһаусылар әлегә был шәхестең тормош юлы тейешенсә өйрәнеп бөтөлмәүен, уға ҡағылышлы һорауҙарҙың күп булыуын, киләсәктә Кинйә абыҙҙы шәхес булараҡ төрлө яҡлап асыу, өйрәнеү зарурлығын әйтте. “Беҙ башлыса уны 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы һәм ошо ихтилалды Башҡортостанда ойоштороусыларҙың береһе, Е.И. Пугачёвтың баш полковнигы булараҡ беләбеҙ, әммә уға ҡағылышлы асыҡланмаған һорауҙар бик күп”, - тине улар. Сарала ҡатнашыусылар ғалимдарға һорауҙар бирҙе, үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты. Автор фотолары.