Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһының икенсе этабы үтте. Унда бөтә республиканан 200-гә яҡын делегат - урындағы бүлексә вәкилдәре, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш депутаттары, партияның төбәк башҡарма комитеты ағзалары, шул иҫәптән “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, партияның төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, партияның Волга буйы төбәк-ара координация советы етәксеһе урынбаҫары, Башҡортостанда һайлауҙарҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙең вәкиле, Дәүләт Думаһы депутаты Олег Димов, партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов ҡатнашты. Конференцияның көн тәртибендә ике мәсьәлә ҡаралды: Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау йомғаҡтары һәм етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе вазифаһына кандидатура тураһында. Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Радий Хәбиров сәләмләне. Ул, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙарҙа “Берҙәм Рәсәй” һайлаусыларҙың 68,9 процент тауышын алып, ышаныслы еңеү яуланы, тип билдәләне. – Һис шикһеҙ, был юғары һөҙөмтә. Шуныһы мөһим, ул үткән һайлауҙар менән сағыштырғанда юғарыраҡ, был партиябыҙҙың эш динамикаһын күрһәтә. Барыбыҙҙы ла ошо ышаныслы еңеү менән ҡотлайым! Был еңеүҙең сәбәбе яҡшы аңлашыла. Партиябыҙҙың бөтә элекке эш осоро ҡатмарлы ваҡытҡа тура килде: ковид, махсус хәрби операция, санкция баҫымы. Был ваҡыт эсендә партия кешеләр менән бергә булды, уларға ғәмәлдә ярҙам күрһәтте. Кешеләр быны күрҙе һәм белә. Был беҙҙең төбәк бүлексәһенең, тиҫтәләрсә мең партия ағзаларының ҙур хеҙмәте, улар ошо һөҙөмтәгә килтерҙе. Ул беҙгә алдағы биш йылда республика менән ышаныслы идара итеү мөмкинлеген бирә. Иң яҡшы һүҙҙәр – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың элекке составы адресына. Ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк булған осорҙа беҙ уларҙы бергә эшләнек. Киләсәктә лә шулай булырына ышанам. Әммә һайлауҙар үтте, һәм беҙ биргән вәғәҙәләр ҙә үтәлергә тейеш. Алда хәл итеү талап иткән мәсьәләләр күп, әммә эшмәкәрлектең алдағы осоро ҡатмарлы шарттарҙа ла быны эшләй алыуыбыҙҙы күрһәтте, - тип билдәләне ул. Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡорлтай Рәйесе вазифаһына Константин Толкачевты тәҡдим итте. – Был төплө ҡарар. Мин Константин Борисовичҡа был вазифала эшләүҙе һорап мөрәжәғәт иттем. Төрлө мәнфәғәттәрҙе яҡлаған ҙур Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай башында беҙгә депутаттарҙың, халҡыбыҙҙың хөрмәтен һәм ышанысын яулаған кеше кәрәк. Константин Борисович – аҡыллы һәм көслө етәксе, ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яйға һалынған эшен ойошторор, тип ышанам, - тине Радий Хәбиров. Конференция делегаттарын һайлауҙа еңеүҙәре менән ҡотлаған “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы секретары Андрей Турчактың сәләмләүен Олег Димов уҡып ишеттерҙе. "Был Радий Хәбиров етәкселегендәге партиябыҙҙың бөтә командаһының яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Республика халҡы партиябыҙҙың халыҡ программаһын тормошҡа ашырыуҙы лайыҡлы баһаланы һәм вәкилдәребеҙгә яңы биш йыллыҡ мөҙҙәткә ышаныс мандаты бирҙе. Һуңғы өс йылда ғына төбәктә 11 ҙур медицина объекты, 258 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. "Яңы мәктәп" партия проекты сиктәрендә былтыр республикала 63 мәктәп капиталь ремонтланған, 5500 урынлыҡ биш мәктәп төҙөлгән, дүрт балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылған һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙың 100 процентын тәьмин итеү бурысы ваҡытынан алда үтәлгән. Һайлау һөҙөмтәһе –ул республика халҡының үҙ депутаттарына йөкмәткән яуаплылығы. Был ышанысты аҡлау мөһим, – тиелә ҡотлауҙа. Олег Димов Радий Хәбировҡа берлектәге эше өсөн рәхмәт әйтте. – Һайлау кампанияһының башынан уҡ республика командаһының нисек эшләүен, Радий Фәрит улының был һайлауҙарҙа партияны ни тиклем ышаныслы алып барыуын күрҙем. Үҙемдән һеҙҙе шәхсән ҡотлайым, барығыҙға ла уңыштар теләйем. Еңеү өсөн рәхмәт, – тине Олег Димов. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе вазифаһына кандидаттар альтернатив нигеҙҙә тәҡдим ителде. Конференция делегаты, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ахунов был вазифаға Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе, парламентҡа депутат итеп һайланған Фәрит Ғүмәровтың кандидатураһын тәҡдим итте. Йәшерен тауыш биреү йомғаҡтары буйынса, конференция делегаттары күпселек тауыш менән Константин Толкачев кандидатураһын хупланы. Хәҙер етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы уны депутат корпусын раҫлау өсөн тәҡдим итәсәк. Константин Толкачев депутаттарға күрһәткән ышаныстары өсөн рәхмәт әйтте. Рөстәм Ахунов тауыш биреү һөҙөмтәһенә ҡарата фекере менән уртаҡлашып, “Константин Толкачевтың тәжрибәһе һәм аҡыллылығы еңде” тине. "Радий Фәрит улы Константин Толкачев етәкләгән алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эшен юғары баһаланы. Һайланған траектория дауам итер тип ышанам, һәм беҙ кешеләр мәнфәғәте өсөн етди һәм ҙур мәсьәләләрҙе хәл итербеҙ», – тип аңлатты Рөстәм Ахунов. Бынан тыш, конференция сиктәрендә күп йыллыҡ хеҙмәте һәм партия төҙөлөшөндә уңыштары өсөн партияның әүҙем ағзаларын “20 йыл "Берҙәм Рәсәй” иҫтәлекле миҙалдары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
"Беҙгә депутаттарҙың, халҡыбыҙҙың хөрмәтен һәм ышанысын яулаған кеше кәрәк"
15 сентября 202315 сен 2023
4 мин