Октябрьский ҡалаһынан Роксана Ғайсина ошо ҡалалағы нефть колледжында уҡый һәм, был уҡыу йортоноң дүрт студенты кеүек үк, “ГеоВызов” чемпионаты ярыштарына әҙерләнә. Буласаҡ геолог өсөн был киң масштаблы сарала ҡатнашыу – киләсәктә һөнәре буйынса эш биреүселәр менән танышыу, командалар файҙалы ҡаҙылмалар табасаҡ майҙансыҡтарҙа булыу, тиҫтерҙәре менән аралашыу. “Һигеҙенсе кластан алып геологияға маҡсатлы йүнәлеш менән барам. Беҙҙең төбәк төрлө ҡаҙылмаларға ғына түгел, ә уникаль геологик объекттарға ла бай. Мине һәр саҡ уларҙың тарихы ҡыҙыҡһындыра, – ти Роксана. – “ГеоВызов”та заданиелар ҡатмарлы буласаҡ тип көтәбеҙ, ләкин беҙҙең белем кимәле лә ҡалышырлыҡ түгел, беҙҙең колледжда һәйбәт уҡытылар, уны тамамлаусылар илебеҙҙең ҙур компанияларында уңышлы эшләй”. Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Роксана Ғайсина “ГеоВызов” халыҡ-ара чемпионатында ҡатнаша
Около минуты
15 сентября 2023