Найти тему
Башҡортостан гәзите

”Әйҙә, уйнарға!” фестивале балалар тауары индустрияһын үҫтерергә ярҙам итә

Бөтә Рәсәй “Әйҙә, уйнарға!” фестивале файҙалы контракттар төҙөүгә булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Василий Осьмаков. Был турала ул фестиваль ҡатнашыусыларын сәләмләү хатында яҙған. Мөрәжәғәт сараның пленар кәңәшмәһен асҡанда уҡып ишеттерелде. Министр был фестивалдең тауар һатыу процесын үҫтереүгә, яңы технологиялар үҙләштереүгә, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуға ярҙам итеренә ышана. “Бөгөн иғтибар үҙәгендә - Рәсәй етештереүселәре, уларҙың үҙгәреүсән иҡтисади шарттарҙа тармаҡты үҫтереүҙә һөҙөмтәле механизмдарҙы барлыҡҡа килтерергә ярҙам итерлек дөйөмләштереүе һәм анализы. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы индустрияның технологик суверенитетын тәьмин итә һәм ватан балалар тауарҙарына ихтыяжды арттырырға йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашыра, тип һыҙыҡ өҫтөнә алған Василий Осьмаков. Уның билдәләүенсә, социаль һәм белем биреү өлкәләрендәге һорау индустрия өсөн дәүләт заказын оҙайлы ваҡытҡа формалаштыра һәм уны үҫтереүгә этәргес булып тора. Мәғлүмәт һәм фото: https://resbash.ru/news/ekonomika/2023-09-15/minpromtorg-rossii-festival-ayda-igrat-pomozhet-razvitiyu-industrii-detskih-tovarov-3438906