Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уҡыуҙа уңышҡа өлгәшеү өсөн - биш аҙым

Өфөлә 14 сентябрҙән 17-һенә тиклем барған Бөтә Рәсәй “Әйҙә, уйнарға!” фестивалендә эмоциональ интеллект үҫеше өлкәһендә белгес, психология фәне докторы, бестселлерҙар авторы Виктория Шиманская баланы уҡыуға йәлеп итеүгә биш аҙым тураһында һөйләне. Фестиваль сиктәрендә “Уйында хис-тойғо. Уйын нисек эмоциональ интеллектты үҫтерергә ярҙам итә” тигән оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Психолог баланы уҡырға әҙерләү (шартлыса уны – “Мин тоям” тип атаны), эске мотивация (“Мин теләйем”), белем алыу (”Мин беләм”), үҙ-үҙеңде баһалау (“Мин булдырам”), шулай уҡ алған белемде тормошта ҡулланыу (“Мин эшләйем”) тураһында һөйләне. Белем алыуҙың һәр баҫҡысында уйын төп мөһим урынды алып тора. Уйын аша мәғлүмәт еңелерәк үҙләштерелә. Уйын хис-тойғоно танып белергә, уның сығанағын асыҡларға, уның менән идара итергә өйрәтә, тип һөйләне Виктория Шиманская. Мәғлүмәт һәм фото: https://mgazeta.com/news/ajdaigrat/2023-09-15/pyat-shagov-k-uspeshnoy-uchebe-nazvali-na-festivale-ayda-igrat-3438861