Бөтә Рәсәй “Әйҙә, уйнарға!” балалар уйын фестивалендә Башҡортостан Ҡурсаҡ театры артистары үҙ эшенең серҙәре менән таныштырҙы. Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшин ниндәй ҡурсаҡтар булыуы, улар менән актерҙар нисек идара итеүе, персонаждың характерын тамашасыларға нисек еткерергә кәрәклеге тураһында һөйләне. -Ҡурсаҡ театры актеры күренмәй – ул шаршау артында уйнай. Уның ҡулындағы ҡурсаҡ терелергә тейеш, ә үҙенең ҡулы күренергә тейеш түгел,- тип һөйләне ул. Йәш тамашасыларға ҡурсаҡ төрҙәрен дә күрһәттеләр: баулы ҡурсаҡтар, бирсәткә-ҡурсаҡтар (уны яратып “Петрушка” тип йөрөтәләр икән) һәм бейәләй -ҡурсаҡтар. Балалар тамашаны бик яратып ҡараны. Мәғлүмәт һәм фото: https://mgazeta.com/news/ajdaigrat/2023-09-15/artisty-bashkirskogo-teatra-kukol-na-festivale-ayda-igrat-raskryli-sekrety-kukolnoy-kuhni-3438840