15 сентябрҙә Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ялға тыуған яғына ҡайтҡан яугир менән осрашты. Ул ата-әсәләрҙән улдарының ҡайһы ерҙәрҙә һуғышҡанын, бәйләнешкә сығамы-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. Ә иһә ата-әсәләр уға яҡындарының махсус хәрби операция биләмәһендә тәүге көндәрҙән үк булыуын һәм ялға ҡайтып китеүҙәрен һөйләне. – Мин Башҡортостан яугирҙәре һуғышҡан частарға күп тапҡыр барҙым. Улар ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәй, намыҫлы көрәшә. Ә беҙ уларға ярҙам итергә, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итергә тырышабыҙ. Беҙҙең хәстәрлекте часть командирҙары ла күрә. Бөгөн тағы Өфөнән яугирҙәргә сираттағы ҙур гуманитар ылау ебәрәбеҙ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Ошондай ҡыйыу егеттәр тәрбиәләгән ата-әсәләргә рәхмәт! Улдарығыҙға ҙур сәләм әйтегеҙ. Беҙ уларҙы имен һәм һау-сәләмәт ҡайтыуҙарын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Мобилизация менән хәрби операция биләмәһенә юлланған яугир үҙенең
Ошондай ҡыйыу егеттәр тәрбиәләгән ата-әсәләргә рәхмәт!
15 сентября 202315 сен 2023
1 мин