Өфөлә бөгөн аяҙ, йылы. Совет майҙанында балалар фестиваленең икенсе көнө. Бөгөн көнө буйы тематик конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, спорт уйындары үткәрелде, асыҡ балалар телестудияһы эшләне. Ҡунаҡтар “Ҡурсаҡтар донъяһы”, “Тәүге уйынсыҡтарым”, “Мин - конструктор”, “Киттек, тине ул”, “Ағас әкиәт”, “Йомшаҡ ил”, “Ижад ҡыуанысы”, “Тәжрибәле станция”, ”Уйын спорты”, “Дауалаусы уйындар” экспозицияларын ҡараны. Киске программала - “Фиксики” мультсериалы буйынса “Фикси-шоу”, Рус дәүләт драма театрынан “Ал сәскә” интерактив спектакле (Римский- Корсаков көйө), “Непоседа” театр студияһы, Антон Зорькин менән “Спокойной ночи, малыши” һәм мультфильмдар. Бөтә Рәсәй “Әйҙә, уйнарға!” уйын фестивалендә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре эшләй. Логопед, психолог, ғаилә һәм хеҙмәт хоҡуҡтары буйынса белгестәр бушлай ҡабул итә. Мәғлүмәт һәм фото: https://mgazeta.com/news/ajdaigrat/2023-09-15/chto-ozhidaet-posetiteley-festivalya-ayda-igrat-vo-vtoroy-den-3438376