Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Аҡбуҙатты тапау – тарихыбыҙҙы, мираҫыбыҙҙы тапау, минеңсә"

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа тирә-яҡ мөхиткә, шулай уҡ тарихи ҡомартҡыларыбыҙға ҡырағайҙарса ҡараған кешеләр бар. Етмәһә, йәмһеҙ эштәрен социаль селтәргә ҡуйырға ла оялмайҙар. Шундай бер "батырҙың" фотоһы донъя күргәс, Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә фекерен белдерҙе. "Йылҡысыҡҡан күле янындағы Аҡбуҙат һәйкәле – башҡорт эпостары һәм риүәйәт-легендаларын ташта мәңгеләштереүгә ынтылған тәүге монументаль проект. “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” эпостары – меңәр йыл әүәлдән килгән мифологиябыҙҙы үҙ эсенә алған, башҡорттарҙың боронғолоғон иҫбатлаған уникаль ҡомартҡы. Һәм ошо ҡомартҡыға ҡуйылған һәйкәлгә менеп ултырыу түгел, уға килгәндә тарихыбыҙҙы хөрмәт итеп, уйланып килеү кәрәктер, тим. Билдәле башҡорт скульпторы Өлфәт ағай Ҡобағошов Аҡбуҙат һәйкәлен үҙ ғүмерендәге иң мөһим эше тип атаны. Вафатынан алда күрешкәндә ошо эште башҡарып сыҡҡанына ихлас ҡыуанғайны. Берәй ваҡыт ошондай варварҙар өҫтөнә менеп ултырыр ҙа “батырлығын” фотола мәңгеләштерер тип уйламағандыр. Аҡбуҙатты тапау – тарихыбыҙҙы, мираҫыбыҙҙы тапау, минеңсә.Тарихыбыҙға иғтибарлы булайыҡ әле.Үҙебеҙҙе иң элек үҙебеҙ хөрмәт итәйек", - тине Данир Ғәйнуллин. Фото: vk.com/feed