Найти тему
Башҡортостан гәзите

Законға үҙгәрештәр юҡҡа индерелмәй...

1 сентябрҙән “Рәсәй Федерацияһында газ менән тәьмин итеү тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Төп маҡсат–күп ҡатлы йорттарҙа һәм тораҡтарҙа газ ҡорамалын файҙаланыу шарттарын хәүефһеҙ итеү. Ошо ваҡыттан алып эске йорт һәм фатир газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса функциялар газ бүлеү ойошмаларына тапшырыласаҡ. Башҡортостан Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының махсус дәүләт торлаҡ күҙәтеүе һәм лицензия контроле бүлеге начальнигы Екатерина Кузьмина газ ҡорамалдарына диагностика үткәреү үҙенсәлектәре тураһында аңлатма бирҙе. Ни өсөн, ҡасан һәм нисә тапҡыр тикшереү уҙғарырға кәрәк? –Техник диагностика файҙаланыу срогы сыҡҡан газ ҡорамалдары өсөн генә талап ителә. Ҡулланыу осоро етештереүсе йәки проект документацияһы тарафынан билдәләнә. Әгәр файҙаланыу осоро хаҡында мәғлүмәт булмаһа, диагностика тураһында ҡарарҙы газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереүсе һәм ремонтлаусы махсус ойошма ҡабул итә. Ҡорамалдың техник торошо баһалана, боҙоҡлоғо асыҡлана, артабан файҙаланыу мөмкинлеге йәки яңы ҡорамал һатып алыу кәрәклеге билдәләнә, – ти Екатерина Кузьмина. Нормала ҡаралған хеҙмәт срогы сыҡҡан осраҡта һәм диагностика һөҙөмтәһе ыңғай булмағанда газ бүлеү ойошмаһының газ биреүҙе туҡтатырға хоҡуғы бар. Фото:Releika.ru