Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин алты тиҙ медицина ярҙамы автомобиленең асҡысын тапшырҙы. Бөтә Донъя “Пациенттар именлеге” көнө алдынан республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин В класындағы алты тиҙ медицина ярҙамы автомобиленең асҡыстарын тапшырҙы. – Башҡортостан Республикаһы Башлығының күрһәтмәһе буйынса беҙ ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен системалы яңыртыу этабына тотондоҡ. Медицина хеҙмәтләндереүенең хәүефһеҙлегенә һәм сифатына йүнәлтелгән бер нисә сара планлаштырылған. Бөгөн алты яңы автомобиль эшкә тотондо. Бөтә машиналар ҙа стандарттарға ярашлы йыһазландырылған, уларҙа фельдшер һәм табип өсөн дә, пациенттарҙы ташыу һәм эвакуациялау өсөн дә бөтә уңайлыҡтар бар, – тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин. Машиналар ашығыс ярҙам хеҙмәтен модернизациялау проекты сиктәрендә тапшырыла. Бынан тыш, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бөрө, Күмертау, Октябрьский һәм Дәүләкән ҡалаларында ашығыс медицина ярҙамы ярҙамсы станциялары биналарын капиталь ремонтлауға аҡса бүлд