Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Баш ҡалабыҙҙа “Әйҙә, уйнарға!” Бөтә Рәсәй фестивале башланды

Баш ҡалабыҙҙа “Әйҙә, уйнарға!” Бөтә Рәсәй фестивале башланды. Илебеҙ тарихындағы был беренсе фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабировтың ҡарары менән уҙғарыла һәм теүәл дүрт көн дауамында барасаҡ. Был көндәрҙә Совет майҙанында Рәсәй етештереүселәренең уйынсыҡтар күргәҙмәһе, балаларҙың иң яҡшы уйын өлгөләрен күрһәтеү ойоштороласаҡ. Фестивалдең ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларын бай программа: тематик конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре, спорт турнирҙары, кинопробалар, асыҡ балалар телестудияһы, йырсы Ваня Дмитриенко һәм күренекле блогер Милана Хаметованың сығышы көтә. Шулай уҡ, “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!” телетапшырыуының алып барыусылары менән осрашыу, мультпарад “Союзмультфильм” геройҙары ҡатнашлығында байрам флешмобы көтөлә. “Балалар һайлауы” биләмәһенең тест-драйв майҙансығында “Башҡортостан буйлап” өҫтәл уйыны барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Был уйынды “Башҡортостандың йәш таланттары” селтәренең ижади коллективы уйлап сығарған. “Был уйын балаларҙа тыуған илгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм республикабыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Ул Башҡортосандың картаһы рәүешендә төшөрөлгән һәм халҡыбыҙҙың милли геройҙары, тарихи ҡомартҡылары менән уйнала. Уйын балалар ғына түгел ололарға ла арналған. Шуға ла ҡатмарлы урындары ла, башҡорт фольклорына ла, тарихына ла ҡағылған урындары күп. Уны беҙҙең селтәрҙең бөтә магазиндарында ла алырға була,” – тине “Йәш таланттар” селтәренең бүлек етәксеһе Виктория Грицук. Рәсми асыу тантанаһында фестиваль ҡунаҡтарын республика Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне: “Был майҙанда беҙҙең тағы бер мәртәбәле сара. Һәм, әлбиттә, иң тәүҙә мин балаларҙы сәләмләйем. Был байрам тәү сиратта улар өсөн. Һәм фестиваль бик етди сара, сөнки беҙҙең балаларыбыҙ нимә уйната, нисек үҫешә – был бик мөһим. Шуға ла беҙҙең уйынсыҡтар сифатлы, аңлайышлы һәм, әлбиттә, ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Ә иһә бөгөнгө сарала һәр кем үҙенә кәрәккәнде, күңеленә яҡынды таба алыр тип, ышанам, әйҙәгеҙ, бергәләп уйнарға!” – тине ул. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин: “Был фестивалдең тағы ла ҙурыраҡ кимәлгә сығыуын теләйем. Йәш быуын беҙҙең бала саҡтағы йәнһүрәттәрҙең персонаждарын, уйынсыҡтарҙы күрһендәр ине һәм үҙҙәре лә уйнап ҡарап, беҙ кисергәнде кисереп, беҙҙең рухта үҫһендәр ине.” Әлбиттә, был мәртәбәле сара Башҡортостандың милли музейы ойошторған “Уйынсыҡтар тарихы” күргәҙмәһенән башланды. Унда бик боронғонан башлап, хәҙерге көндәргә тиклемге уйынсыҡтар күрһәтелде. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.