Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иң тәмле ҡорот ҡайҙа? Һаҡмар-Наҙарғолда!

Билдәле булыуынса, быйыл Хәйбулла районындағы һабантуйҙа «Ҡорот байрамы» этно-фестивалендә әҙерләнгән 442,6 килограмлыҡ ҡорот Рәсәйҙең рекордтар китабына индерелде. Хәйбулла ҡорото төп брендҡа әүерелеүенә Һаҡмар - Наҙарғол ауылында клуб мөдире булып эшләгән Эльвира Юнысованың роле бик ҙур. Тап ҡоротто Һаҡмар-Наҙарғол ауылы уңғандары район кимәленә күтәрә. Иң тәүҙә улар ауылда "Ҡорот байрамы" үткәрә. Бөгөн тап уларҙың башланғысы менән Хәйбулла ҡорото Рәсәй кимәленә сыҡты.Эльвира менән Вил Юнысовтар ике бала үҫтерә, уларға хеҙмәт тәрбиәһе бирә. Хужалыҡтары ҙур - 15 баш йылҡы малы, 7 һыйыр, күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар, өс картуф баҡсалары бар.Хужабикә әҙерләгән ҡорот - ғаиләнең иң яратҡан ризыҡтарының береһе. Эльвира Юнысова әсе һәм сөсө, сейәле һәм ҡарағатлы ҡороттар әҙерләй, һатыуға ла алып сыға. Бына шундай егәрле һәм дәртле, уңған һәм талантлы ул Эльвира Юнысова! Уның тураһында тулы һүрәтләмәне яҡын арала гәзит биттәрендә тулыһынса танышырһығыҙ. Фото: Эльвира Юнысованың шәхси архивынан