Әлеге ваҡытта Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө йылдам дауам итә. Уның тәүге этабын ошо йыл аҙағына тамамларға иҫәп тоталар, ә икенсе өлөшө 2025 йылда тапшырыласаҡ. 146 квадрат метр майҙанда урынлашасаҡ кампус фән, эшҡыуарлыҡ һәм алдынғы белем биреү үҙәге буласаҡ, тип күҙаллана. Донъя кимәлендәге үҙәк Кампус – ул Башҡортостандың фәнде үҫтереү, иннвациялар һәм заманса белем биреү үҙәге. Бында студенттарға һәм ғалимдарға ғына түгел, ҡала халҡы өсөн дә ҡыҙыҡлы, кәрәкле майҙансыҡтар урын аласаҡ. Вуз-ара кампус булдырыуҙың төп маҡсаты – алдынғы техник башланғыстарҙы бергә туплау, анализлау, эшкәртеү һәм иҡтисадтың реаль секторында ҡулланылышҡа индереү. Үҙәктә йәшәү, уҡыу, фән һәм инновациялар менән шөғөлләнеү өсөн берҙәм мөхит барлыҡҡа киләсәк. Төҙөлөш “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы алып барыла. Яңы объект Өфөнөң тарихи үҙәгендә – Ағиҙел йылғаһының ҡалҡыу ярында урынлаша. Уның баш ҡала һәм тотош республика өсөн әһәмиәтле объекттарға – Салауат Юлаев һәйкәленә, “Торатау” конгресс-холына, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына, “Динамо” стадионына, музейҙарға яҡын булыуы ла отошло һәм уңайлы. – Киләсәктә вуз-ара кампус донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең төп үҫеш драйверы буласаҡ. Ул республикала фән, инновациялар, технологиялар өлкәһендәге иң ҡыйыу проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк һәм бөтә Евразиянан талантлы тикшереүселәрҙе йәлеп итеп торған үҙәк буласаҡ, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Архитектура үҙенсәлектәре Кампус биналарын булдырыу нигеҙенә донъя кимәлендәге архитектура һәм инженерия трендтары һалынған, башлыса “йәшел төҙөлөш”, Zero waste (ҡалдыҡтарһыҙ) принциптары, йәғни тирә-йүнгә минималь тәьҫирле алымдар ҡулланыла. Торлаҡ корпустарының художестволы образы – Уралда үҫкән сәскә. Аудитория һәм лаборатория блогы тамыр системаһын, йәғни ер менән бәйләнеште, тотороҡлолоҡто, фәндең нигеҙлелеген һынландыра. Уҡыу, ижад итеү, фән менән шөғөлләнеү барышында тирә-йүнгә зыян килтермәү, киреһенсә, уның менән камил бөтөнлөктә йәшәү мөһим бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнә. Бында уҡыу, фән менән шөғөлләнеү, мәҙәни йәһәттән үҫешеү, уңайлы шарттарҙа йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа буласаҡ. Нимәләр төҙөлә? Өфө кампусының беренсе сиратта тапшырыласаҡ объекты – IQ-парк бинаһы. Ул ике өлөштән тора. Төп өлөшө ете ҡатлы комплексты тәшкил итә, унда эшлекле майҙансыҡтар, стартап үҙәктәре һәм йәмәғәт биләмәләре урын аласаҡ. Бинаның бейек өлөшө 15 ҡатлы булып, IQ-китапхананы, университеттарҙың офистарын, IT-технопаркты, күргәҙмә һәм эш биләмәләрен берләштерәсәк. Икенсе сиратта төп бина төҙөп тапшырылып, ул үҙ эсенә 78 мең квадрат метрға тиң торлаҡ корпустарын, уҡыу-аудитория блогын, лабораторияларҙы, геном үҙәкте, социаль-көнкүреш биналарҙы һәм башҡаларҙы ала. Кампус төҙөлөшө республика етәкселегенең етди контролендә тотола. Был мәсьәлә буйынса даими рәүештә Хөкүмәт ултырыштары үткәрелә, уларҙа ағымдағы эштәр барышы ҡарала, төҙөлөштә килеп тыуған проблемалар тикшерелә, яуаплы кешеләрҙең сығыштары тыңлана. Хеҙмәттәшлеккә юлдар асыла Вуз-ара студенттар кампусы – бер үк ваҡытта бер нисә юғары уҡыу йорто ҡулланған биләмә ул. Иң тәү сиратта яңы үҙәктең мөмкинлектәре менән Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары файҙалана аласаҡ. Мәҫәлән, Өфө фән һәм технологиялар университеты ике, йәғни икенсе һәм өсөнсө ҡатҡа “хужа буласаҡ”. Улар биләгән 4,6 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда ете лаборатория, ДНК һәм РНК-ны бүлеү зонаһы һәм ике ярҙам үҙәге урынлашасаҡ. Өфө дәүләт нефть техник университеты алтынсы һәм етенсе ҡаттарҙа эшмәкәрлек алып барасаҡ. Бында уҡыу йорто етәкселеге 10 фәнни белем биреү һәм тикшеренеү үҙәге, лабораториялар урынлаштырырға иҫәп тота. Популяция һәм медицина генетикаһы, нейрокогнитив геномика лабораторияларында нәҫелдән килгән һәм патологик ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау алымдары өйрәнеләсәк һәм ғәмәлгә индереләсәк. Бер майҙансыҡта төрлө юғары уҡыу йорттарының бергә эшләүе идеялар менән алмашыуҙы көсәйтергә, дисциплина-ара командалар булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Хәҙерге заманда бик киң профилле белгестәр талап ителә һәм барлыҡ юғары уҡыу йорттары ла ул йәһәттән маҡтана алмай. Евразия фәнни-белем биреү үҙәге белгестәргә эш биреүсенең һорауы буйынса уҡырға, белемен камиллаштырырға юлдар асасаҡ. Бөгөн юғары уҡыу йорттары менән индустриаль партнерҙар араһында бәйләнештәрҙе тығыҙыраҡ көйләү зарурлығы күҙәтелә. Кампус ярҙамында студенттың буласаҡ эш биреүсеһе менән шунда уҡ хеҙмәттәшлек итә башлауы ихтимал. Маҡсаттар һәм бурыстар Вуз-ара кампустың төп маҡсаттарының береһе Башҡортостанда эшләп килгән университеттарҙы донъя кимәлендәге уҡыу йорттары мөхитенә сығарыу тип билдәләнә. Был шулай уҡ “Өҫтөнлөк-2030” программаһын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итәсәк. Республиканың юғары белем биреү өлкәһен халыҡ-ара кимәлдә таныулы итеү бурысы ла ҡуйыла. Был осраҡта 2030 йылға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән уҡырға килгән студенттар һанын 52,5 меңгә еткереү күҙаллана. Торлаҡ корпустар төҙөү һөҙөмтәһендә 2025 йылға студенттар, уҡытыусылар һәм йәш ғалимдарға 3500 уңайлы йәшәү урыны барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ фәндең, мәғарифтың һәм технологияларҙың төбәк һәм ил үҫешенә индергән өлөшөн бер нисә тапҡырға арттырыу тураһында һүҙ алып барыла. ФЕКЕР Сергей ГЛАДКИХ, Өфө дәүләт нефть техник университетының Технологиялар трансферы идаралығы начальнигы: – Вуз-ара кампус ике төп ҙур ролде башҡарасаҡ, тип уйлайым. Беренсенән, ул республиканың фән донъяһындағы иң яҡшы башланғыстарҙы бергә туплаясаҡ, уҡыу йорттарына, фән эшмәкәрҙәренә үҙа-ара һәм Рәсәй, сит илдәр кимәлендә хеҙмәттәшлеккә юлдар асасаҡ, йәғни ул, коммуникация, фән һәм белем биреү үҙәгенә әйләнеп, Башҡортостан фәненә һәм мәғарифына яңы кимәлгә сығыуға булышлыҡ итәсәк. Икенсенән, ул – тәжрибә майҙансығы, унда белем биреүҙең яңы алымдары һынап ҡараласаҡ, фәнни проекттар ғәмәлгә ашырыласаҡ. Улар өҫтөндә эшләү барышында бизнес, бәләкәй предприятиелар йәлеп ителәсәк. Кампус тотош төбәктең фәнни-технологик үҫеше өсөн модель булып хеҙмәт итергә тейеш. Республика фәне һәм мәғарифы тап ундағы башланғыстарға таянып үҫешәсәк. Тағы ла бер шартты билдәләп үткем килә: кампус – ул фән һәм белем биреүгә генә бәйле үҙәк түгел, ул йәштәрҙең тормошон ҡыҙыҡлыраҡ, сағыуыраҡ итә алған биләмә, шуға күрә уны республиканың яңы мәҙәни үҙәге буласаҡ, тип тә әйтә алабыҙ. Унда белемгә, фәнгә, эшҡыуарлыҡҡа ынтылған, үҙҙәрен үҫешкә көйләгән яңы быуын кешеләре тәрбиәләнәсәк. Фото: pravitelstvorb.ru