Найти тему
Башҡортостан гәзите

Муниципаль заказсыларҙы һатып алырға өйрәтәләр

Башҡортостандың Көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты 22 августан алып 14 сентябргә саҡлы муниципаль заказсыдлар өсөн “Һатып алыу эшмәкәрлегенең йоғонтолоғон күтәреү-2023” исемле семинарҙар циклы үткәрҙе. Был семинарҙарҙың һуңғыһын Нуриман районында ойошторҙолар. Бында республиканың ете муниципаль берекмәһенән килгән 60 белгес һатып алыу эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре һәм санкциялар шарттарында килешеүҙәрҙе нисек үтәү кәрәклеге менән танышты. “Һатып алыу буйынса белгестәрҙе даими уҡытыу хәҙерге шарттарҙа һатып алыу эшмәкәрлеген уңышлы үтәүгә юл булып тора. Заказсыларҙың квалификацияһын күтәреү ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың сифатын яҡшыртырға, тәүәкәллекте һәм сығымдарҙы кәметергә ярҙам итә”, – ти Башҡортостандың Көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова. Фото: БР Көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.