Сысҡандар күп инде. Бергә ашайбыҙ, бергә йоҡлайбыҙ, тигәндәй, – көлә үҙе. – Әйттең хәбәр, сысҡандан ныҡ ҡурҡам мин, – ерәнеп төкөрөнөп ҡуям. Юлда “Боцман” да был хаҡта һөйләп килгәйне. “Көҙөн бигерәк шашты был ҡоротҡостар. Спальникта йоҡлап ятаһың, “молния” хәрәкәте бөткән ерҙә, ғәҙәттә, ул муйын тирәһендә бит инде, тишек табып, эсеңә инеп китә, шайтан алғыры, йыбырлап китеп барған еренән тиҙ генә ҡул менән тотоп алаһың да сығарып ташлайһың һәм артабан йоҡлайһың. Арытылған да инде”, -– тип һөйләгәнендә минең тәндәр зымбырлап киткәйне. – Мин дә ҡурҡа инем, унан өйрәнәһең икән. Күп нимәгә өйрәнәһең. Сысҡандары, һуғышы ла ялҡытып китә, тик ошо браттарҙан биҙергә яҙмаһын. Беҙ бергә саҡта ауырлыҡтар онотола. Кәрәкмәй, насар уйҙа йәшәмәйек. Еңербеҙ ҙә ҡайтырбыҙ, – шулай тип хушлашты “Латип” минең менән. “Техник” менән һөйләшәбеҙ. Уның позывнойы аңлашыла, сөнки запас частар, яғыулыҡ килтереү, боҙолған, “яраланған” ауыр техниканы төҙөкләндереү ротаһына алып барыу, тралдарын да табыу – был өлкән йәштәге уҙаман яуаплығында. – БПМ һәр саҡ ныҡлы хәрби әҙерлектә булырға тейеш. Еңелсә боҙоҡтарҙы үҙебеҙҙең механик-водитель менән наводчик-операторҙар ҙа төҙәтә ала, ә инде етди ремонт кәрәк булһа, төҙөкләндереү ротаһына илтәбеҙ. Һуғышта һәр машина сәғәт кеүек эшләргә тейеш, шулай бит. Иң яуаплы мәлдә боҙолһа, үҙегеҙ аңлайһығыҙ, дошман баҫып алырға ла мөмкин. Шуға техниканың һәр сит тауышына, һәр үкергәненә, һәр шығырлағанына тиклем тыңлап, ваҡ ҡына мәшәҡәттәренә лә иғтибар биреп барырға кәрәк. Буш ваҡытта ҡоралдар таҙартабыҙ, техниканы ҡарайбыҙ, майлайбыҙ, – бик етди аңлатты юғары техник белемле белгес, ҡасандыр флотта механик булып хеҙмәт итеүсе “Техник”. Ярыш яланы түгел, алыш майҙаны был, барыһы ла етди, барыһы ла яуаплы, тип ҡуям. Яугирҙәр менән ҡосаҡлашып хушлашабыҙ. Йәшеренгән урыныбыҙҙан тиҙ генә сығып, артабан ҡуҙғалабыҙ. Тиҙ генә йөрөргә тырышабыҙ. Юлдан сығып, бейегерәк ағастар араһына инеп китәбеҙ. Шулай уҡ төшөүебеҙ була, ике һалдат машиналарҙы “массетка” менән ябындыра һалды. Бында ағастар һирәк, тик алдағы урман менән сағыштырмаса, бейек ине. Түп-түңәрәк өҫтәл күҙгә ташланды. Уны уратып 7-8 түмәр ҡуйылған. Мунса мейесен хәтерләткән, ике ҡатлы ҡалын суйынлы утъяҡҡысҡа ҡаҙан ҡуйылған. Төшкө аш мәле яҡынлаша, ҡаҙанға полиэтилен тоҡтан билмәнде бушатҡас, егет маңлайындағы тирҙе һөртөп ҡуйҙы. Тимәк, егеттәр бөгөн һыйланасаҡ, тиер урынға, һыуытҡыстары ла бар икән, тигән урынһыҙ уй төшә башыма. Арыраҡ ер аҫты бүлмәләрен, палаткалар барлығын шәйләргә була. Япраҡлы ағас ботаҡтары менән ҡаплаулы блиндаждар янында балта, бысҡы тауыштары ишетелеп ҡала. Күсмә мунса тирәһендә мәж киләләр. Йәшел япма аҫтында бәләкәй генә спорт залын да яйлағандар, унда гер, штанга, гантелдәр ята. Бындай урында физик көс бик тә кәрәк шул. Тормош-көнкүреш өсөн барыһы ла бар кеүек. Әлегә мәлдә яугирҙәр ротация үтә бында. Ботаҡтарҙы ҡулы менән айырып, асыҡ ялан яғына күрһәтә “Боцман”: – Күҙең үткер икән, анау ҡалҡыулыҡта “укроп”тарҙың “сопка”ларын шәйләргә була. Бынан улар 10 саҡрымда ғына урынлашҡан, – ти. Ялан сигендә уйһыулыҡ, артабан өҫкә табан тағы ла асыҡлыҡ китә. Яҡшылап ҡарайым, тик улай иғтибарҙы йәлеп итерҙәй бер ни күрмәһәм дә, эйе, тип баш һелккән булам. Ҡапыл шартлаған тауыш ишетелә. Ҡайҙандыр гөрһөлдәтеп снаряд осорҙолар буғай. Тертләп, сүкәйә төшәм. Командир мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып ҡуя. – Беҙҙекеләр ебәрҙе, ҡурҡма. Эҫелә иҙрәгән июнь көндәре. Сәскәләрҙә бәпес еҫе, һауаларҙа һөрөм төҫө... Боцман, йәйелеп түмәргә ултырып, аяҡтарын яҙлыҡтырып алғансы, Вәдүт менән машинанан барып гәзит-журналдар, китапсыҡтар һәм шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина хәстәрлеге менән йыйылған тоҡлап грек сәтләүеге, башҡа емештәрҙе алып өҫтәлгә ҡуябыҙ. – Бында башҡорт егеттәре күп, бик шәп, бик һәйбәт, – тип “Боцман” ҡулына гәзит алды. – Был баҫмаларҙа республика тормошо, Башҡортостан кешеләре бит... – Смартфондары менән бергә өс коптер ҙа алып килдек әле. Уныһын логистика үҙәгендә ҡалдырҙыҡ, таратырҙар, – тип өҫтәмә мәғлүмәт еткерҙе Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Ғәйфулла улы. – Беҙгә бик кәрәк. Бөгөн үк шылтыратып һорайым, берәүһе – беҙгә, – тип һөйөнөп китте рота командиры. – Шәп егеттәр һеҙ, Башҡортостаныбыҙҙың рухи донъяһын ғына түгел, һауаһын, ҡояшын күтәреп килдегеҙме ни! – Арҡанан һөйөп ҡосаҡлап алды. Беҙ ҙә ихлас йылмайҙыҡ. Һуңғараҡ өҫтәл янына йыйылғас, яҡташтарыбыҙ гәзит-журналдарҙы тиҙ үк һөйөнөп алып бөттө. “Бында бик буш ваҡыт булмаһа ла, китап-гәзит уҡығы килә. Ғәҙәткә ингәнгәме?!” – тине улар. Әгәр ҙә бала саҡтан уҡып үҫһәң, ғәҙәте лә барҙыр инде, ә шулай ҙа, үҙем иғтибар иткәнем бар, кеше ауыр саҡта, һынылыш осоронда нығыраҡ һәм төплө уйлана, шул саҡта үҙенән-үҙе ҡулдар китапҡа, журналға үрелә. Башҡа ҡиммәттәр хаҡындағы уйҙар өҫкә ҡалҡып сыға. Кеше барыбер ҙә көндәлек мәшәҡәттәре менән генә йәшәмәй, ул бер мәл үҙендә Мәңгелектең бер остоғон, бер ярсығын йөрөткәнен дә аңларға тейеш тә. Ниндәй генә осорҙа ла, аяуһыҙ һәм ҡанһыҙ һуғыш, ҡыйралыш ваҡытымы, үҫеш, камиллыҡҡа ынтылыш заманымы – әҙәм заты аҡыллы һүҙҙән, зирәк аҡылдан баш тартҡаны юҡ әле. Мәшәҡәттәре лә үтер, һуғышы ла бөтөр, ҡабатланмаҫ әҙәби әҫәрҙәр, сәнғәт гәүһәрҙәре һәм, әлбиттә, ил, халыҡ йәшәр. Шуның өсөн бөгөн ҡулға ҡорал алғанбыҙ ҙа.