Көҙөн илдә “Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ағастар ултыртыласаҡ. Быйыл акция үҙенең юбилейын билдәләй һәм бына инде бишенсе йыл илдең урман фондын тергеҙеү буйынса төп көҙгө сараға әүерелә. Уның маҡсаты 2023 йылда – 70 000 000 ағас ултыртыу. Акция “Экология” милли проекты сиктәрендә үткәрелә . Башҡортостан, йыл һайын үткәрелгән акцияларҙа даими әүҙем ҡатнашыусы булараҡ, шулай уҡ экологик башланғысҡа ҡушыла. 2023 йылдың 16 сентябрендә иртәнге сәғәт 10-да Ҡырмыҫҡалы районының Подлуб ауылында һөнәри байрам – Урман хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан “Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһының төп ағас ултыртыу сараһының береһе үткәрелә. Уның сиктәрендә 4000 ҡарағас үҫентеһе ултыртыу планлаштырыла. – Башҡортостанда 15 сентябрҙән көҙгө урман эштәре башлана, улар “Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһы эгидаһы аҫтында үтәсәк. Ағымдағы йылда республика урмансылары бөтәһе 1,6 мең гектар майҙанда 6 миллиондан ашыу үҫенте ултырта, – тине Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһының рәсми сайтында ултыртыу күҙалланған биләмәләр, дата, ағас ултыртыу материалы менән танышырға, шулай уҡ сараны ойоштороусы-координаторҙың бәйләнеш мәғлүмәттәрен белергә һәм ҡатнашыу өсөн уңайлы урын һайларға мөмкин. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы.