Баш ҡалабыҙҙа “Әйҙә, уйнарға!” Бөтә Рәсәй фестивале дауам итә. Ә иһә, балаларҙың иң көтөп алғаны, ул да булһа, Мәскәүҙән килгән текә блогер, 13 йәшлек Милана Хаметова булды. Уны көтөп йәш тамашасылар ике сәғәт алдан уҡ сәхнә алдына йыйылды, яратыуҙарын белдереп бүләктәр бирҙе, ҡыҫҡаһы, уның менән бергә күңелле һәм файҙалы үткәрҙеләр ваҡыттарын. Милана ябай ғаиләлә, Новосибирск ҡалаһында тыуған. Социаль селтәргә теркәлеп билдәлелек яулай һәм бөгөнгө көндә инде ул Рәсәйҙең Forbes журналында 30 йәшкә тиклемге иң уңышлы 30 кеше исемлегендә. Уның бөтә социаль селтәр даирәһенә күҙ һалғанда – 5 миллиондан ашыу яҙылыусыһы бар. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Милана айына 5 миллион һумдан ашыу аҡса эшләй. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, аралашҡанда бик ябай, итәғәтле һәм һәр кемгә ихтирамлы ул. Бөтә ил буйлап шәхси мегатур ойошторған егәрле һәм һәләтле ҡыҙҙы барыһы ла шуға ярата, хөрмәт итә лә инде... Фото һәм видео: Таңсулпан Рәсүл.