“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны модернизациялау” төбәк программаһы ярҙамында Прибельский табип участкаһында яңы автомобиль алынған. Бөгөнгө көнгә “Лада Ларгус” машинаһында 1634-тән ашыу эш сәфәре башҡарылған. Яңы транспорт Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауыл табип амбулаторияһы биләмәһендә өҙлөкһөҙ эшләй, улар Прибельский ауылы халҡын һәм уға яҡын ауылдарҙы хеҙмәтләндерә. Был автомобилде хеҙмәтләндереү биләмәһенә 10868 кеше, шул иҫәптән 1700 бала инә. Машина табиптарҙы саҡырыуға алып барыу, пациенттарҙы дауаханаларға илтеү, шулай уҡ алыҫта урынлашҡан тораҡ пункттарҙа йәшәүселәрҙе дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн файҙаланыла. – Ауырыу кимәле күтәрелгән осорҙа бер белгескә бик күп саҡырыуҙар тура килә, һәм машина пациенттарға юлдағы ваҡытты ярайһы ныҡ экономиялай. Шулай уҡ яңы автомобиль хәрәкәте сикләнгән граждандарҙы йөрөтөү өсөн ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылған, был ауыл ерендә медицина ярҙамы күрһәтеүҙе еңелләштерә, – тине ауыл табип амбулаторияһы мөдире Фаина Алтынбаева. Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравоохранение”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.