Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итә. Подрядсылар Водолаженко, Көнбайыш, Профсоюз, Элеватор, Хоҙайбирҙин, Техник урамдарын, шулай уҡ Хоҙайбирҙин менән Көнбайыш һәм Коммунистик урамдары киҫешкән урында түңәрәк хәрәкәт киҫелешен тәртипкә килтергән. "Ремонт Раевка тракты һәм Р-240-сы Өфө – Ырымбур трассаһы яғынан ҡалаға инеү урынында хәүефһеҙ йөрөүҙе тәьмин итә. Автомобиль ҡулсаһы Стәрлетамаҡтың дүрт үҙәк урамынан килгән транспорт ағымын тигеҙ бүләсәк. Шулай уҡ быйыл Салауат Юлаев исемендәге сквер урынлашҡан Хоҙайбирҙин урамы тәртипкә килтерелде. Үҙәк паркында ҡала халҡы ял итергә ярата. Бынан тыш, урында Рус драма театры, Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан“, — тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Быйыл Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә бөтәһе 10 объект ремонтланасаҡ. Ноябрь аҙағына тиклем Ноғоманов, Коммунар һәм Комсомол урамдарында дөйөм оҙонлоғо 1,2