Балалар фестивалендә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның технологияларҙы инновациялы өйрәнеү майҙансығы эшләй. Уның тураһында педагогия фәндәре кандидаты, доцент, мәктәпкәсә педагогика һәм психология кафедраһы мөдире Гүзәл Шабаева һөйләне. - Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестивалендә беҙ үҙ эшләнмәләребеҙҙе тәҡдим итәбеҙ – оҫталыҡ дәрестәре һәм өйрәтеүсе программаларҙы, - тине педагог. – Интерактив уйындар, төбәгебеҙҙең гүзәл тәбиғәте һәм граждан-патриотик тәрбиә буйынса лотоларҙың эшләнмәләре студенттар, магистранттар һәм педагогтар тарафынан үҙебеҙҙең инновация майҙансыҡтарында башҡарылған. Быларҙың барыһы ла балалар баҡсаларында, студенттар практика үткән мәктәптәрҙә ҡулланыла. Аҡмулла университеты майҙансығында шулай уҡ робот техникаһы, квадрокоптер һәм башҡа ҡоролманы үҙ эсенә алған Технопарк һәм Кванториум тәҡдим ителде. Бындай техника инженер фекерләүен үҫтерә һәм үҙ һөнәреңде табырға ярҙам итә. Интерактив уйындарҙың бер төрө – лото, ул баш ҡалабыҙҙың күркәм урындарын яҡшыраҡ белергә ярҙам и