Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йомшаҡ уйынсыҡтар башҡортса йырлай

Биш йыл элек Өфө ҡалаһында йәшәгән Руфия Ханова тәүге тапҡыр әсәй була. Бәпәйенә магазиндарҙа башҡорт телендә һөйләшкән йомшаҡ уйынсыҡ таба алмай аҙаплана ул. Ҡыҙына туған телгә һөйөү уятыу теләге шул тиклем көслө була, шуға йәш әсәй шундай уйынсыҡтарҙы үҙе етештерә башларға була. Бөгөн Башҡортостанда һәм унан ситтәге төбәктәрҙә йөҙәрләгән бала йырҙарҙы Руфияның йомшаҡ ҡурсаҡтары ярҙамында өйрәнә. — Әҙер уйынсыҡтар һатып алам да, уларҙы йыуып, аккумулятор батареяларын алмаштырыу мөмкинлеге булһын өсөн кеҫә эшләйем. Күлдәктәрҙе тегенсе тегә, мин иһә кейемдәренә милли колорит өҫтәйем. Тормош иптәшем Фәнис телмәр һәм музыка яҙҙырыуҙа ярҙам итә, — ти Руфия. Үҙенсәлекле уйынсыҡтар менән "Әйҙә уйнайыҡ" Рәсәй фестивалендә танышырға мөмкин!