Бөгөн Өфөлә тантаналы рәүештә беренсе Бөтә Рәсәй "Әйҙә уйнарға!" фестивале асылды. Иң башта Совет майҙанында балаларҙың яратҡан йәнһүрәттәре геройҙары парадта үтте. Байрамдың төп сәхнәһендәге сағыу ваҡиға малай-ҡыҙҙарҙы әйтеп бөткөһөҙ шатлыҡҡа сорнаны. "Союзмультфильм"дың "Ну, погоди!", "Простоквашино", "Оранжевая корова" йәнһүрәттәренең геройҙары йәш өфөлөләргә, ҡунаҡтарға күңелле интерактив программа алып килгәйне. Ә "Бремен музыканттары" йәш дуҫтарын бейеү флешмобы менән ҡыуандырҙы. Фестиваль дауамында көн дә Совет майҙанында көндөҙгө сәғәт 12-лә ошо парад үткәрелеп торасаҡ, шуға ла кем уны күреп өлгөрмәгән, ашығығыҙ) тағы ла шуныһын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Әйҙә уйнарға!" фестивале Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән үткәрелә. Ойоштороусылар - Башҡортостан Хөкүмәте һәм Балалар тауарҙары сәнәғәте предприятиелары ассоциацияһы. Фотолар - "Башинформ"дан.