Һәр ғаиләнең яратҡан өҫтәл уйыны булалыр. Мәҫәлән, шахмат, шашка, домино, лото һәм башҡалар. Улар айырыуса көҙгө ямғырлы көндәрҙә ваҡытты күңелле үткәрергә ярҙам итә. Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында йәшәгән Сәлимә һәм Илгиз Закировтар иһә балалары менән бергә уйнау өсөн үҙенсәлекле уйын уйлап тапҡан. «Шәжәрәңде йый» тип атала ул. – Закировтар нәҫеле Йәрмәкәй районынан сыҡҡан. Борон-борондан ул яҡтарҙа бәйләр һәм йылан ырыуы башҡорттары йәшәгән. Шәжәрәбеҙҙе ете быуынға тиклем теүәлләнек. Уны тергеҙгәндә оло йәштәге туғандарыбыҙға, архив материалдарына һәм башҡорт шәжәрәләре тураһындағы китаптарға мөрәжәғәт иттек, – ти Сәлимә Хәйҙәр ҡыҙы менән Илгиз Илдус улы. Улдары Илназ менән ҡыҙҙары Ынйы нәҫел ағасын белеп үҫһен өсөн шәжәрәне матур итеп биҙәгәндәр һәм пазл итеп эшләгәндәр. – Бындай өҫтәл уйынын һәр ғаилә эшләй ала. Нәҫел ағасының һүрәтен фотосалонда магнитлы итеп баҫтырттыҡ. Уны йыйыуы уңайлы булһын өсөн магазиндан магнит йәбешмәле таҡта алдыҡ. Бындай пазлды өй түренә картина итеп тә элеп була, – ти Закировтар. Үҙенсәлекле уйын, ысынлап та, балаларға нәҫел ебен өйрәнергә ярҙам итә икән. Мәҫәлән, V класта уҡыған Илназ шәжәрәгә бәйле төрлө конкурста еңеү яуларға өлгөргән. – Был уйынды уйнаған саҡта атайым менән әсәйем туғандарҙың яҙмышы һәм ата-бабалар йәшәгән ваҡыттар тураһында һөйләй. Шуға мин был уйында бик яратам, – ти Илназ.