Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Шағир көндәлеге"н ҡарайыҡ

Билдәле башҡорт режиссёры Булат Йосоповтың 50 йәше айҡанлы эксклюзив рәүештә БЮТ телеканалында "Шағир көндәлеге" фильмы күрһәтелә.Хрущев етәкселек иткән ваҡыт. Йәш шағир Рәми Ғарипов, Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтында белем алып, ғаиләһе менән Өфөгә ҡайта. Өлкән хеҙмәттәштәре уға ҙур өмөттәр бағлай, әммә көнитмешенең яйға һалынмауы, эш күплеге шағирҙы көсөнән мәхрүм иткән төҫлө. Ғаиләләге юғалтыу уғата ҙур һынауға әйләнә. Артабан нисек йәшәргә икәнен хәл итер өсөн, шағир ҡатынын тыуған ауылына күсеп ҡайтырға күндерә... 15 сентябрҙә "Шағир көндәлеге" фильмының режиссеры Булат Йосоповҡа 50 йәш тула. Талантлы режиссер Башҡортостанда бик күп фильмдар - "Наган", "Бабич", "Беренсе республика" картиналары барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булды. Республиканың иң билдәле режиссерҙарының береһенең юбилейы айҡанлы БЮТ каналында 15 сентябрҙә киске сәғәт 6-ла "Шағир көндәлеге" фильмын ҡарарға мөмкин. Шул уҡ көндә киске сәғәт 11-ҙә һәм 17-һендә киске 7-се 15 минутта "Монолог. Булат Йосопов" документаль фильмын ҡарараға ла онотмағыҙ. Фото: kinorb.ru