Өфөлә Туҡай урамындағы элекке заводты һүтә башланылар. Был эш – Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү этабының бер өлөшө. Кампус быға тиклем төҙөлгән объекттарҙы реконструкциялауҙы (IQ-парк) һәм яңыларын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Туҡай урамындағы заводты һүтеү эштәре студенттарҙы уҡытыуҙа бер нисек тә сағылыш тапмаясаҡ, тип аңлатма бирҙеләр Өфө фән һәм технологиялар университетының матбуғат хеҙмәтендә. - Һаҡлыҡ сараларын үтәү һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә бәйле гуманитар корпус студенттарын дистанциялы алымда уҡыуға күсереү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Был форматҡа Иҡтисад, идара итеү һәм бизнес институты, Тәбиғәт һәм кеше институты, Тарих һәм дәүләт идара итеүе институты, Юғары психология һәм педагогика мәктәбе, Юғары философия һәм социология мәктәбе күсәсәк, - тип һөйләне Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров. Майҙансыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы кәртәләнгән. Һүтеү эштәрен 30 октябргә тиклем тамамлау күҙаллана. Иҫегеҙгә төшө
Өфөлә вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөүгә әҙерлек башланды
14 сентября 202314 сен 2023
1 мин