Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Оксана Федорова “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр” тапшырыуын Өфөнән алып барасаҡ

Билдәле алып барыусы, актриса, «Йыһан һылыуҡайы-2002» Оксана Федорова - Өфөлә! "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!" тапшырыуын бөгөндән, йәғни 14 сентябрҙән 17 сентябргә тиклем, Өфөлә үтәсәк Бөтә Рәсәй «Әйҙә уйнарға» фестивале сиктәрендә Өфөлә алып барасаҡ. Ошо көндәрҙә балаларҙың яратҡан геройҙары – Каркуша, Филя һәм Степашканы сара үткән Совет майҙанында ла осратырға була! Оксана Федорова - “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!” тапшырыуының егерме йыл дауамындағы алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы. - Мин һәр ваҡыт ҡыҙҙарҙы яҡлайым, сөнки уларға гел ауыр. Шуға ла, Каркушаны нығыраҡ яратамдыр. Малайҙар уны һәр саҡ төрткөләй, үпкәләтә. Бала саҡта, Хрюшаны нығыраҡ ярата инем. Ул тиктормаҫ, үҙ һүҙле, шул уҡ ваҡытта ябай һәм эскерһеҙ малай”, - тип яратҡан геройҙарыбыҙ тураһында һөйләй ул. Фестивалдең тулы программаһы менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була: https://айдаиграть.дети/ Фото:Владимир Песня/РИА «Новости»