Рәсәй уйындарын һәм уйынсыҡтарын етештереүселәр, «Алтын айыу балаһы» милли премияһы лауреаттары Бөтә Рәсәй “Әйҙә, уйнарға!” фестивале сиктәрендә үҙҙәренең яңы продукцияһын тәҡдим итә. Уларҙы ғаилә менән килеп һынап ҡарау мөмкинлеген файҙаланып ҡалығыҙ. Кескәй эксперттар, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, шулай уҡ уҡытыусылар һәм эксперттар берләшмәһе бер юлы бер нисә категория буйынса үҙҙәренә иң оҡшаған «Балалар һайлауы», «БабаДедаЗа», «ПапаМамаЗа», «Эксперт һайлауы»н баһалаясаҡ һәм улар өсөн тауыш бирәсәк. «Әйҙә, уйнарға!» — уникаль майҙансыҡ, унда төбәк һәм федераль власть органдарының, фәндең, бизнестың, уйлап табыусыларҙың уйындар һәм уйынсыҡтар өлкәһендә эшләүселәрҙең дөйөм тырышлығы. Был майҙансыҡта белгестәр бала саҡ инфраструктураһы өсөн стратегик әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләйәсәктәр. Ә иң мөһиме – сарала балаларыбыҙ эксперт булараҡ сығыш яһаясаҡ. Балалар өсөн уңайлы программалар ҡаралған. Баланың фекерен ишетеүҙән тыш, ата-әсәләрҙең иғтибарын уйын мәҙәниәтенең мөһимлегенә һәм балалар уйынының әһәмиәтлегенә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Балалар беҙҙән, өлкәндәрҙән, аҡыллыраҡ, улар уйынсыҡтарҙы беҙҙән дә яҡшыраҡ уйлап табыуын яҡшы беләм!» — тине Балалар тауарҙары предприятиелары индустрияһы ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина. Фестивалдең тулы программаһы менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була: https://айдаиграть.дети/
Антонина Цицулина: “Балалар - иң яҡшы уйлап табыусылар”
14 сентября 202314 сен 2023
1 мин