Найти тему
Башҡортостан гәзите

Алкоголгә бәйлелекте еңеү мөмкинме?

Мәғлүм булыуынса, 11 сентябрҙән 17-енә тиклем Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алкоголь ҡулланыуҙы һәм уның менән бәйле үлем осраҡтарын, ауырыуҙарҙы кәметеү аҙналығын үткәрә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙҙә алкоголизм кимәле элеккесә юғары кимәлдә. Илдә алкоголде артыҡ ҡулланыусылар һаны яҡынса 30% тәшкил итә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы Республика клиник наркология диспансерының 1-се стационар шарттарҙа медицина реабилитацияһы бүлеге мөдире Татьяна СТАРОСТИНА алкоголизмдың зыяны һәм уны дауалау ысулдары хаҡында һөйләне: – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алкоголизм – спиртлы эсемлектәрҙе даими ҡулланыу арҡаһында барлыҡҡа килгән ауыр сир, тип уйлаусылар аҙ. Уның симптомдары булып алкоголгә даими ихтыяж, психик, соматик һәм неврологик тайпылыштар, физик һәм аҡыл эшмәкәрлегенең кәмеүе, шәхестең деградацияһы тора. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы баһалауынса, йыл да алкоголь бөтә донъяла 3 миллион үлемгә сәбәпсе була һәм был һандар алкоголгә ихтыяж һәм бауыр циррозы менән генә бәйле түгел. Алкоголь аңһыҙ рәүештә йәрәхәтләнеү һәм үҙ-үҙеңә ҡул һалыу кеүек осраҡтарға килтереүе ихтимал, шулай уҡ яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефе лә арта. Алкоголде даими ҡулланыу иртә ҡартайыуға, инвалидлыҡҡа килтерә. Эскелеккә әүәҫ кешеләрҙең ғүмер оҙонлоғо ла статистика буйынса уртаса күрһәткестән 15-20 йылға ҡыҫҡараҡ, сөнки алкоголдең зарарлы тәьҫире кеше организмының бөтә системаларына – нервы, ҡан һәм аш һеңдереү системаларына йоғонто яһай. Белгес, һаулыҡ өсөн хәүефһеҙ алкоголь миҡдары юҡ, тип айырыуса билдәләй. – Татьяна Николаевна, ә һеҙҙең наркология диспансерында алкоголизм менән көрәштең ниндәй һөҙөмтәле алымдары ҡулланыла? – Республика клиник наркология диспансерында алкоголгә бәйлелекте диагностикалау һәм дауалауҙың тулы диапазоны эшләй. Стационарҙа дауаланған осорҙа бөтә пациенттар ҙа махсус медицина ярҙамы күрһәтеүҙең раҫланған стандарттары сиктәрендә медицина ярҙамы ала. Кәрәк булғанда, артабанғы дауалау тактикаһын билдәләү йәки аныҡлау өсөн пациенттар БДМУ-ның психиатрия, наркология һәм психотерапия кафедраһында, шулай уҡ В. Бехтерев исемендәге Психиатрия һәм неврология милли медицина тикшеренеү институтында телемедицина технологияларын ҡулланып, ярҙам ала. Дауалауҙың бөтә этаптарында ла пациенттарҙы һәм уларҙың яҡындарын медицина психологтары оҙата. Психологтың бурыстары иҫәбендә – психодиагностика, дауалауҙа ярҙам итеү, индивидуаль консультация биреү, шулай уҡ ауырыуҙарҙың туғандары менән эшләү. Стационар дауалауҙан тыш, беҙҙең диспансер структураһында төрлө реабилитация программалары ҡулланылған медицина реабилитацияһы бүлеге эшләй. Реабилитация осоронда төркөмдә әңгәмәләр, тренингтар, шәхси консультациялар уҙғарыла, кинофильмдар күрһәтелә. Ул тамамлағас, һауығыусы «Аноним алкоголиктар», «Аноним наркомандар»төркөмдәрендә реабилитация курсын дауам итә ала. Эшсе төркөм составына табип психиатр-нарколог; 12 аҙым принцибы буйынса эшләгән медицина психологы; химик бәйлелек буйынса консультант (бәйлелек менән яфаланған, 12 аҙым программаһын үткән, ремиссияла булған кеше) инә. Реабилитация программаһының береһе тулыһынса тамамланғандан һуң, пациенттар амбулатор шарттарҙа реабилитация эшен дауам итеү өсөн йәшәгән урыны буйынса психиатр-наркологтарға, медицина психологтарына беркетелә. Ауырыуҙы мөмкин булған бөтә ысулдарҙы дөрөҫ берләштереп һәм дауалау принциптарын теүәл үтәп кенә еңеп сығырға мөмкин. Иҫкәртеү, дауалау мәсьәләләре буйынса һәр кем БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны буйынса квалификациялы белгестән консультация алыуы ихтимал: +7 (347) 266-03-88. – Ни өсөн алкоголь ҡулланыуҙың ауыр эҙемтәләре ауыл ерендә күберәк күҙәтелә? – Алкоголгә бәйлелек формалашыу процесына төбәктәге, илдәге хәл, алкоголле эсемлектәр сауҙаһы өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте кеүек факторҙар йоғонто яһай. Халыҡ һаулығына, үлем кимәленә, билдәле булыуынса, алкоголле эсемлектәрҙең күләме генә түгел, ә уларҙың структураһы һәм сифаты ла йоғонто яһай. Иң ҙур зыянды ялған алкоголь продукцияһы, көмөшкә килтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап ошо алкоголь эсемлектәре ауылда иң күп ҡулланылғандан. Алкоголизмға этәргән сәбәптәр күп: беренсенән, имен булмаған ғаилә; икенсенән, алкоголь ҡулланыуға булышлыҡ иткән эш мөхите; өсөнсөнән, алкоголле табын менән бәйле йолалар һәм ғаилә традициялары. Кеше йәшәгән урын да мөһим. Әйтеүебеҙсә, айырыуса ауыл биләмәләре өсөн алкоголизм проблемаһы көнүҙәк. Был мәсьәләлә хеҙмәткә, ергә, бәләкәй ватанына ҡарата ихтирамды юғалтыу, юғалған әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр ҙә билдәле бер роль уйнай. Әлбиттә, ауыл ерендә алкоголизмдың социаль эҙемтәләре айырыуса хәүеф тыуҙыра. Хәлде алкоголизм менән сирләгән кешеләргә наркологик ярҙамдың етерлек булмауы ҡатмарлаштыра. Наркологик ярҙам сифаты ауыл тормошоноң социаль-медицина үҙенсәлектәрен һәр яҡлап иҫәпкә алыуға, ауыл халҡының алкоголизмы мәсьәләләрен ентекле анализлауға бәйле. Нарколог шулай уҡ ауыл халҡының булған наркологик ярҙамды ла ҡулланырға теләмәүенең мөһим психологик үҙенсәлеген билдәләй. Татьяна Старостина әйтеүенсә, йыш ҡына ауырыуҙар һәм туғандары нарколог-табипты шикләнеп һәм ышанмайынса ҡаршы ала. – Шунлыҡтан ауырыуҙарҙы асыҡлау кимәле лә түбәнәйә, был һөнәр табиптарына мөрәжәғәт итеү осраҡтары ла аҙ. Бөтәһе лә бер-береһен белгән ауыл ерендә иҫәптә торған алкоголизм менән сирләүсе булыу күптәр өсөн бөтөнләй килешмәгән эш. Шуға ла күп осраҡта табипҡа ауырыуы күптән аҙған кешеләр эләгә һәм был осраҡтарҙа пациентта психик үҙгәрештәр һәм социаль дезадаптация күҙәтелә, – ти табип. Татьяна Старостина Башҡортостанда 2020 йылдан тормошҡа ашырылған «Минең ғаиләм» проекты хаҡында ла һөйләне. Был проекттың маҡсатлы төркөмөндә алкоголле эсемлектәргә бәйлелектән яфаланған һәм уларҙың бәлиғ булмаған балалары БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттарҙа булған йәки балаларҙы социаль приютҡа урынлаштырыу мәсьәләһе хәл итеү талап ителгән кешеләр ҡатнаша. Был проектты тормошҡа ашырыуҙың төп шарттарының береһе береһе булып алкоголле эсемлектәрҙән яфаланған ғаилә ағзаһына медицина реабилитацияһы үткәреү тора. Мәҫәлән, 2020 йылда «Минең ғаиләм» проекты буйынса 57 кеше дауаланған, 2021 йылда – 73 кеше, 2022 йылда – 86 кеше. Әлбиттә, ошо юлдарҙы уҡыған һәр кем уйланһын һәм ғибрәт алһын ине, сөнки алкоголизм йәште лә, социаль хәлде лә, енесте лә айырмай, бөтәһен дә берҙәй бәхетһеҙ итә торған ҡот осҡос сир. Фото геройҙың шәхси архивынан.