11-17 сентябрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Алкоголде ҡулланыуҙы һәм уға бәйле үлем осраҡтарын, сирҙәрҙе кәметеү аҙналығын уҙғара. Мәғлүм булыуынса, алкоголдең “хәүефһеҙ”, ул ғына түгел “файҙалы” миҡдары булмай. Айыҡ аҡыл менән, матур итеп йәшәйек, дуҫтар! Беренсенән, айыҡ кеше үҙ уйҙары һәм ҡылығы өсөн үҙе яуап бирә. Уның организмының биохимияһы бәйлелек һәм ағыуланыу тыуҙырыусы төрлө химик матдәләргә бәйле түгел. Айыҡ кеше иртән «Кисә нимә булды һуң әле?», «Мин нисек өйгә ҡайттым?» тигән һорауҙарға яуап бирергә маташмай, башы ауыртмай. Шулай итеп, беренсе өҫтөнлөгө - аныҡ аҡыл һәм ышаныслы хәтер. Икенсенән, айыҡ кеше - ул сәләмәт кеше. Уның физик хәл-торошо аҙнаһына бер тапҡыр эскән кешегә ҡарағанда сирек тапҡырға, ә алкоголизмдан һәм оҙайлы эскенән яфаланған кешегә ҡарағанда 50 процентҡа яҡшыраҡ. Айыҡлыҡ яҡлы кеше 10-15 йылға күберәк йәшәй, сөнки уның йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы даими рәүештә ағыулы матдәләр һөжүменә дусар ителмәй. Өсөнсөнән, айыҡ кеше - ул яуаплы һәм сәләмәт