Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Патриот" паркында ярыш үтте

Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов, уның урынбаҫары Виталий Барзайкин, мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова һәм Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуровтар ҡатнашты. Бөгөнгә республикала янғындан һаҡлау буйынса меңдән ашыу ирекле берәмек эшләй, уларҙа 4 мең кеше тора. Йыл башынан алып ирекле янғын һүндереү дружиналары һәм отрядтары ҡатнашлығында меңдән ашыу янғын һүндерелгән. Ирек Сәғитов билдәләүенсә, ирекле янғын һүндереү командаларының ярҙамы халыҡ менән профилактик эш алып барыуҙа ла баһалап бөткөһөҙ, был - йорттар буйлап йөрөп сығыу, янғын хәүефһеҙлеге сараларын үтәү буйынса инструктаж, мейестәрҙе һәм газ ҡорамалдарын тикшереү, беренсел янғын һүндереү ҡорамалдарын күрһәтеү һәм янғын хәүефһеҙлеге тураһында белешмәләр таратыу Ҡулайлаштырылған техникала ирекле янғын һүндереү дружиналары араһында еңеүселәр: 1-се урын — Иглин районы;2-се урын — Архангел районы, Баҡалды ауыл советы;3-сө урын — Шишмә районы, Ибраһим ауыл советы. Төп техникала еңеүселәр: 1-се урын — Мәләүез районы Ергән ауыл Ссветы;2-се урын — Салауат районы Арҡауыл ауыл советы;3-сө урын — Көйөргәҙе районы Свобода ауыл советы.