Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дәүләт мәғлүмәт системаһы ярҙам итер

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, бурысығыҙ бармы-юҡмы икәнлеген белеү, иҫәп приборҙары күрһәткестәрен индереү - быларҙың барыһын да Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы ярҙамында эшләргә мөмкин.Дәүләт мәғлүмәт системаһы - ул тотош илдән, шул иҫәптән Башҡортостандан, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ торошо тураһында мәғлүмәт тупланған берҙәм ресурс.Хеҙмәттәр өсөн түләүҙән һәм счетчик күрһәткестәрен индереүҙән тыш, портал ярҙамында:- торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә- идарасы компанияның лицензияһын тикшерергә- йортҡа капиталь ремонт үткәреү тураһында белешергә- онлайн форматта милекселәрҙең дөйөм йыйылышын уҙғарырға- субсидиялар һәм ташламалар хаҡында белешергә мөмкин.Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге идарасы бөтә компания һәм ойошмалар мәғлүмәт системаһында мотлаҡ теркәлергә һәм мәғлүмәт урынлаштырырға тейеш.Халыҡ өсөн системала айырым теркәлеү талап ителмәй - «Дәүләт хеҙмәттәре»нең раҫланған иҫәп яҙмаһы, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре.Йорт» мобиль ҡушымтаһы аша инергә мөмкин.Ентекле мәғлүмәт – сайтта: https://vk.cc/7mlPP0📌 Капиталь ремонт өсөн аҡса кире ҡайтарыла📌 Ниндәй осраҡтарҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләүҙе ҡайтанан иҫәпләтергә мөмкин?📌 Идарасы компания абоненттарҙың почта йәшниктәрен алмаштырырға тейешме?📌 Ни өсөн эҫе һыуҙы һүндерәләр – Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре аңлата📌 Ремонт өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға📌 Берҙәм пособиеға ғариза бирергә уйлаған осраҡта яңы торлаҡ һатып алған мәлдә нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?📌 Фатирҙа сит тауыш ишетелһә, ҡайҙа ялыу бирергә?