Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил менән осрашыу

14 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова менән осрашты. Ул Өфөгә беренсе Бөтә Рәсәй "Әйҙә уйнарға!" фестивалендә, шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан тороп ҡалған балаларҙы йәмғиәткә ылыҡтырыу буйынса округ кәңәшмәһендә һәм Волга буйы федераль округының балалар йортона ярҙам итеүгә йүнәлтелгән "Бала саҡты ҡайтарырға" фестивален асыу тантанаһында ҡатнашыр өсөн килде. "Беҙ балалар өсөн ысын уйын байрамы ойошторҙоҡ, - тине Радий Хәбиров. - Шул уҡ ваҡытта был балалар тауарҙары сәнәғәте үҫеше һәм йәш быуынды тәрбиәләү менән бәйле бик етди сара". Республика Башлығы Президент ҡарамағындағы Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил институты менән балаларҙы яҡлау һәм тармаҡтағы социаль программаларға булышлыҡ итеү өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте юғары баһаланы. Мария Львова-Белова балаларҙы үҫтереүҙең төрлө йүнәлештәренә булышлыҡ иткән өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ "үҙенсәлекле" балаларҙы үҙаллы йәшәү тәртибенә өйрәтеү, социаль программаларҙы һәм йәштәр башланғыстарын финанслау мәсьәләләре буйынса фекер алышыу булды. - Башҡортостан илдең төбәктәре араһында балаларҙы яҡлау системаһында юғары урын биләй. Ә бөгөнгө уйындар фестивале беҙгә балалар өсөн ижади проекттарҙың ни тиклем күп төрлө булғанын күрһәтте, - тине М. Львова-Белова. – Быларҙың барыһы ла Рәсәйҙә эшләнгән икәне мөһим. Бөгөн был ҡаҙаныштарҙы ил баҙарында алға этәреү зарур. Сығанаҡ: glavarb.ru