Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баланы уллыҡҡа алһаң...

«Милли өҫтөнлөктәр» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы баланы уллыҡҡа алыуға арналған «Хас һин» социаль кампанияһын башлап ебәрҙе. Ул «Демография» милли проекты һәм Усыновите.рф порталы ярҙамында бойомға ашырыла. Рәсәй ғаиләләренең һәм тәрбиәгә алынған балаларҙың тарихы менән видеоны һәм аудио-роликтарҙы Рәсәй ҡалалары урамдарында, телевидениела, интернетта һәм радиола осратырға мөмкин. Кампанияның бурысы - уллыҡҡа алынған балаларҙың хәстәрлек һәм һөйөү арҡаһында үҙеңдекеләргә әйләнеүен күрһәтеү. Рәсәйҙә балалы, шул иҫәптән уллыҡҡа алған ғаиләләр «Демография» милли проектына ярҙам итеү сараларынан файҙалана ала. Ғаиләләргә федераль һәм төбәк кимәлендә төрлө түләүҙәр һәм ташламалар ҡаралған. Башҡортостанда иһә федераль әсәлек капиталы күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие ла түләнә. Ысынында иһә был баланы уллыҡҡа алған ғаиләләргә икеләтә әсәлек капиталы түләнә тигән һүҙ. Ә инвалид баланы уллыҡҡа алғанда, пособие күләме тағы ла 100 мең һумға арттырыла. Был турала ғаилә. хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова тағы ла бер тапҡыр хәтергә төшөрҙө. Фото: https://mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/559587/