«Һанлы диктант» Бөтә Рәсәй акцияһы була. Һанлы диктант сарала ҡатнашыусыларға яңы технологиялар, һанлы сервистар һәм продукттар, шул иҫәптән илебеҙҙә етештерелгән продукттар тураһында белергә, шулай уҡ ҡулланыусыларҙа һанлы белемде арттырырға мөмкинлек бирә. 2023 йылда «Һанлы диктант» акцияһы 29 сентябрҙән 15 октябргә тиклем бөтә Рәсәйҙә онлайн һәм офлайн-форматта уҙғарыла. Акцияны уҙғарыу көндәрендә һанлы белемде арттырыуға йүнәлтелгән саралар: түңәрәк өҫтәлдәр, лекциялар, пресс-брифингтар, шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында махсус йыһазландырылған офлайн-майҙансыҡтарҙа тест үтеү мөмкинлеге буласаҡ. Тест һөҙөмтәләре нигеҙендә Рәсәй халҡының һанлы грамоталылығы индексы билдәләнәсәк. Акцияны ойоштороусы - РФ Һанлы үҫеш министрлығы ярҙамында Электрон коммуникациялар ассоциацияһы. Акцияның маҡсаты - һанлы белем кимәлен һәм уның аспекттарын: һанлы ҡулланыу, һанлы компетенциялар һәм һанлы хәүефһеҙлек кимәлен үлсәү мөмкинлеген тәьмин итеү. Диктант төрлө йәш төркөмдәренә яңы технологиялар хаҡында белергә һәм һанлы сервистар, продукттар менән яҡынданыраҡ танышырға мөмкинлек бирә. Проект ҡатнашыусыларға хаталар өҫтөндә эшләү һәм аң-белем таратыу материалдары ярҙамында һанлы белемде арттырыуҙа ярҙам итә. Диктант универсаль һәм төрлө йәш төркөмдәренең үҙенсәлектен иҫәпкә алып әҙерләнгән. йәш төркөмдәре түбәндәгесә бүленгән: - балалар (7-13 йәш); - үҫмерҙәр (14-17 йәш); - өлкәндәр (18-59 йәш); - ололар (60 йәш һәм унан өлкәнерәктәр).