Баш ҡалабыҙҙа “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй фестивале башланды. Илебеҙ тарихындағы был беренсе фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән уҙғарыла һәм дүрт көн дауамында барасаҡ. Был көндәрҙә Совет майҙанында Рәсәй етештереүселәренең уйынсыҡтар күргәҙмәһе, балаларҙың иң яҡшы уйын өлгөләрен күрһәтеү ойоштороласаҡ. Фестивалдең ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларын бай программа: тематик конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре, спорт турнирҙары, кинопробалар, асыҡ балалар телестудияһы, йырсы Ваня Дмитриенко һәм күренекле блогер Милана Хаметованың сығышы көтә. Шулай уҡ “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!” телетапшырыуының алып барыусылары менән осрашыу, мультпарад, “Союзмультфильм” геройҙары ҡатнашлығында байрам флешмобы көтөлә. “Балалар һайлауы” биләмәһенең тест-драйв майҙансығында “Башҡортостан буйлап” өҫтәл уйыны барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Был уйынды “Башҡортостандың йәш таланттары” селтәренең ижади коллективы уйлап сығарған. “Был уйын балаларҙа Тыуған илгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һә
Әйҙәгеҙ уйнарға! Балаларыбыҙ ҙа беҙҙең рухта үҫһен
14 сентября 202314 сен 2023
2 мин