“Еңеү өсөн көслө армия ғына түгел, ышаныслы тыл да кәрәк. Һәм беҙҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙҙең уныһы бар. Рощинский ауылы балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ баҡсаһында үҫтерелгән алмағастан компотҡа алма киптереп әҙерләй. Яҡын арала посылка яугирҙәргә ебәреләсәк. Был балалар баҡсаһының беренсе акцияһы түгел. Күптән түгел дарыу үләндәре, йылы әйберҙәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән посылкалар йыйып ебәрелгән. Һәм һәр ваҡыт бәләкәй ауыл халҡы яугирҙәргә үҙҙәренең йылы сәләмдәрен һәм теләктәрен хаттарҙа еткерә. Ошондай ҡеүәтле ярҙам менән Еңеү беҙгә тиҙерәк килер тип ышанам!” – тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Евгений Волков. Сығанаҡ: https://vk.com/volkov.evgeny