Өфөләге "Торатау" конгресс-холында "Бала саҡты ҡайтарыу" тигән интернаттан һуң етем балаларҙы тормошҡа яраҡлаштырыу һәм инвалидтар мәсьәләләре буйынса округ кәңәшмәһе ойошторолдо. Модератор, Рәсәйҙең Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев билдәләүенсә, мөһим мәсьәлә буйынса ҙур һөйләшеү һәр йәһәттән дә отошло. Ваҡытында һәләтен асыу, дөрөҫ йүнәлеш биреү һәр береһенең киләсәк яҙмышында мөһим роль уйнай. Ғөмүмән, ҡыҙ һәм малайҙарҙы тормошҡа әҙерләү - йәмғиәттең мөҡәддәс бурысы. – Рәсәйҙең федераль округтарында хәлдәр ҙә, статистика ла төрлөсә. Волга буйы федераль округы был мәсьәләгә ҙур иғтибар бүлә, – тине Рәсәй Президенты ҡарамағындағы балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова. – Үҙ сиратында, бүтәндәр Волга буйы федераль округының бай тәжрибәһен өйрәнә. Балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә торлаҡ бүлеү, ҙур сираттың барлыҡҡа килеүе тураһында һәр төбәк башлығы даими әйтә. Ҡыҫҡаһы, балаларҙы торлаҡлы итеү бер ҡасан да иғтибарҙан ситтә