2023 йылдың 11 - 17 сентябрендә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алкоголь ҡулланыуҙы һәм уның менән бәйле үлем осраҡтарын, ауырыуҙарҙы кәметеү аҙналығын үткәрә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник наркология диспансеры бүлек мөдире, психиатр-нарколог Светлана Цыганова алкоголизмға ылығыу йәһәтенән хәүеф төркөмдәре һәм алкоголизмға килтереүсе сәбәптәр тураһында һөйләне. – Алкоголгә психик һәм физик бәйлелеккә барыһынан да алдараҡ балалар һәм үҫмерҙәр дусар була. Улар өлкәндәргә ҡарағанда күпкә тиҙерәк бирешеүсән, йоғонтоға бирелеүсән һәм компания талаптарына яраҡлашыусан. Ә үҫмерҙәр тәүлегенә ҡуллана торған миҡдар күләме бик тиҙ арта, – ти белгес. Хәүеф төркөмөндә пенсионерҙар ҙа бар: яңғыҙлыҡтан, эшһеҙлектән һәм иғтибар булмағанлыҡтан улар йыш ҡына депрессияға бирелә. Шунан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзеләре психиканың йәберләнгән хәлен алкоголь менән «дауалай» башлай һәм туҡтай алмай, сөнки оло йәштәге кешенең организмы йәш кешегә ҡарағанда тиҙерәк күнегә