14-17 сентябрҙә Өфөләге Совет майҙанында “Әйҙә уйнарға” фестивале үтә. Сара сиктәрендә үҙенсәлекле автор изделиеларын күрергә һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин. Сарала Удмурт Республикаһынан Надежда менән Дмитрий Рябчиковтар ҡатнаша. Улар фестивалгә милли стилдә текстиль ҡурсаҡтар, йүкәнән үрелгән сабаталар, сумкалар, рюкзактар һәм башҡаларҙы алып килә. – Текстиль ҡурсаҡтар әҙерләү менән 2004 йылда шөғөлләнә башланым. Тәүҙә һөнәр нескәлектәрен үҙаллы өйрәндем, һуңынан онлайн рәүештә уҡыу үттем, – ти Надежда Рябчикова. Әйткәндәй, ул күп төрлө фестивалдәрҙә, конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнаша. Дмитрий Дмитриевич сабаталарҙы 2007 йылда үрә башлаған. Тәүге уҡытыусыһы булып әсәһе тора. Хәҙер ул сабата, кәрзин, автор сумкалары, эшләпә эшләүҙән тыш, мебель эшләү менән дә шөғөлләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Әйҙә уйнарға” фестивалендә ҡунаҡтарҙың төрлө уйынсаҡтарҙы күрә алыу мөмкинлеге бар. Фестивалдең тулы программаһы менән https://айдаиграть.дети/ һылтанмаһы аша таныша алаһығыҙ. Фото: resbash.ru