Кешелек өсөн гидрогеология өлкәһендәге тикшеренеүҙәр бик мөһим. Фәнни тикшеренеүҙәргә ярашлы, ер шарының 74 процент майҙаны һыу менән ҡапланған. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә донъяла эсәр һыуҙың етмәүе күҙәтелә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъя халҡының яртыһы тиерлек һыу етмәүҙән яфалана. Миллиард кеше сөсө һыуға мохтаж Эксперттар баһалауынса, донъяла 780 миллиондан ашыу кешенең таҙа эсәр һыу менән ҡулланыу мөмкинлеге юҡ. Ә 1,7 миллиард кеше сөсө һыуға мохтаж. Йыл һайын донъяла таҙа һыу етмәүе һәм санитария шарттары булмауы арҡаһында меңәрләгән кеше үлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе – балалар. Киләсәктә иһә был проблема киҫкенләшә генә барасаҡ, ти белгестәр. Мәҫәлән, 2050 йылға теге йәки был кимәлдә һыу дефициты биш миллиардтан ашыу Ер кешеһен һынаясаҡ. Был хаҡта Бөтә донъя метеорология ойошмаһы нәшер иткән «Глобаль һыу ресурстарының торошо» докладында ла әйтелә. Ойошма был яҙмаға Ерҙең һыу ресурстарына климат, экологик һәм социаль үҙгәрештәрҙең йоғонтоһон анализлау һөҙөмтәләрен индергән. Документ сөсө һыу запасының глобаль күләме тураһында мәғлүмәт бирә, шулай уҡ ер криосфераһының (ҡар һәм боҙ) бошондорғос хәленә баҫым яһай. Ҡоролоҡтоң йышлығы ла яңы нормаға әүерелде: һуңғы йылдарҙа Ер шарының күпселек өлөшөндә ғәҙәттәгенән күпкә ҡорораҡ шарттар күҙәтелә. Бөтә донъя метеорология ойошмаһының генераль секретары, профессор Петтери Таалас билдәләүенсә, климаттағы үҙгәрештәр, тәүге сиратта һыу ресурстарының торошонда һиҙелә. “Беҙ күпкә көсөргәнешле һәм йыш булған ҡоролоҡто, экстремаль һыу баҫыуҙарҙы, ваҡытһыҙ миҙгелле яуым-төшөмдәрен һәм боҙлоҡтарҙың тиҙ иреүен күҙәтәбеҙ. Бындай үҙгәрештәр иҡтисадҡа, экосистемаға һәм көндәлек тормошобоҙҙоң бөтә аспекттарына ла йоғонто яһай. Күптән алып барылған тикшеренеүҙәргә ҡарамаҫтан, беҙ әле һаман сөсө һыу ресурстарын бүлеү логикаһын, шулай уҡ уларға бәйле һан һәм сифат үҙгәрештәрен аңлап етмәйбеҙ”, - тип белдерә профессор. Хәйер һүҙҙе йыраҡтан башлаһаҡ та, ҡоролоҡ һәм һыуһыҙлыҡ проблемаһы беҙҙең яҡтарға ла хас. Миҫал өсөн, халыҡ телендә Урал аръяғы тип йөрөтөлгән көньяҡ-көнсығыш райондарҙа нисәмә йыл рәттән халыҡты ҡоролоҡ йонсота, үлән үҫмәй, ер кибә; бәғзе көньяҡ район ауылдарында эсәр һыу дефицит булғанын да ишетеп-күреп торабыҙ. Күлдәр һайыҡҡаны, йылғалар ҡороғаны, элек мул һыулы булғандары тауыҡ кисеп сығырлыҡ ҡына булып ҡалғаны ла бер кемгә лә сер түгел. Спорт сараһы проблемаларҙы билдәләне Быйыл 14-15 июлдә Учалы районының Ҡотой ауылы эргәһендә киң ҡоласлы спорт сараһы үтте: «Олотау йыйыны» мини-футбол фестивале ойошторолдо. Быйыл сара бишенсе тапҡыр уҙғарылды һәм 32 команданы, Башҡортостандан ғына түгел, төрлө төбәктәрҙән килгән меңәрләгән ҡунаҡтарҙы берләштерҙе, дуҫлаштырҙы. Сараны ойоштороусыларҙың береһе, Ҡотой ауылында тыуып үҫкән, әлегә ваҡытта Өфөлә йәшәгән Линар Ғәлин саранан һуң тыуған уй-фекерҙәре менән бүлеште һәм ошо сара аныҡлаған көнүҙәк проблемаларҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Ауыл спортын республика түгел, тотош Рәсәй кимәленә күтәрә алыуыбыҙ, Учалы районы данын яҡлай алыуыбыҙ оло мәртәбә булһа, күп кешеләрҙе берләштергән футбол фестивале киҫкен социаль мәсьәләләрҙе лә хәтергә төшөрҙө. Эш шунда: ике йөҙгә яҡын кеше йәшәгән Ҡотой ауылы эргәһендә, бәләкәй генә Шәгәр йылғаһынан тыш, башҡа һыу сығанағы юҡ. Ауыл халҡына был бер ҡыйынлыҡ тыуҙырһа, күп кешеләр ҡатнашлығында сара уҙғарғанда, ошо проблема тағы ла нығыраҡ һиҙелә. Беренсенән, ут-фәлән сыҡһа, һыу – дефицит, икенсенән, бер аҙ еләҫләнеп, бит-ҡулды сайырлыҡ һыу булмауы ла насар. Егеттәр менән кәңәшләштек тә, ауыл халҡына тәҡдим менән мөрәжәғәт иттек: Ҡотойҙа быуа кәрәк. Һуңғы йылдарҙа йәй бик ҡоро килә, янғындар йышайҙы. Йыл һайын тиерлек беҙҙең Олотау яна, үлән-ағастар әрәм була. Күптән түгел Ҡолош ауылы эргәһендә янғын сыҡты, уны бер аҙна буйына һүндерҙеләр. Таралып китеү ҡурҡынысы ҙур ине. Өфөнән янғын һүндереүселәр килде, вертолеттар ҡулланылды. Ошо көндәрҙә беҙҙән ете саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡәйепҡол ауылында ла йорт янып бөттө, янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе алты кеше өйһөҙ ҡалды. Эргәлә мул һыулы һыу ятҡылығы булмағас, был эште, әлбиттә, ҡатмарлаштыра, күп ваҡыт үтә. Беҙҙә лә шундай хәл булды, янғын һүндереүселәр килеп тә, ҡайҙан һыу алырға белмәй торған осраҡтар булды. “Олотау йыйын”ын киләһе йылдарҙа ла үткәрербеҙ, тигән ниәт бар. Сараға бик күп кеше килә, уларҙың күбеһе урманда төн үткәрә, усаҡ яндыра, әммә һыуҙан рәхәтләнә алмай. Быуа булһа, барыһы ла күпкә еңелерәк булыр ине. Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, элек-электән Ҡотой ауылында быуа булған. Үрҙә телгә алған Шәгәр йылғаһы беҙҙең ауылдан йыраҡ түгел ҡуйы урмандар ҡосағында башлана, Миндәк йылғаһының һул ярына ҡушыла. Миндәк иһә Яйыҡҡа ҡоя. Шәгәрҙең оҙонлоғо - 28 км. Ололар әйтеүенсә, быуа һуңғы тапҡыр үткән быуаттың 90-сы йылдарында яҙғы ташҡын ваҡытында йырылып киткән. Башҡа Ҡотойҙа быуаны тергеҙеүсе табылмаған. Колхоз-совхоздар тарҡалған ваҡыт, илдә лә ҡатмарлы осор – береһенә лә кәрәкмәгәндер, күрәһең... Хәҙер иһә барыһын да төҙөлөш талаптарына ярашлы, рәсми рәүештә эшләргә теләйбеҙ. Шуға ла йәмәғәтселекте әүҙемлеккә саҡырабыҙ, төрлө кимәлдәге етәкселәр ҙә документаль яҡтан, финанс һәм техника ярҙам күрһәтер, тип өмөтләнәбеҙ һәм, әлбиттә, яҡташтарыбыҙға файҙалы булырға теләйбеҙ, - ти Линар Ғәлин. Быуа тарихы төбөнә төшкәндә... Беҙ иһә Ҡотой ауылының олораҡ йәштәге кешеләре менән дә һөйләштек. Ошо ауылда тыуып үҫкән педагог, оҙаҡ йылдар Учалы ҡалаһы мәктәптәренең береһендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Мәрзиә Солтанбаева – Ҡотой ауылынан. – Ауылда, ысынлап та, быуа була торғайны. Әммә уның хәле бер ваҡытта ла тотороҡло булманы, яҙ һайын ниндәйҙер кимәлдә йырыла ине. Уны ауыл халҡы тракторҙар менән этеп, йөк машиналарында таш ташып, тағы ла рәтләп ҡуйыр ине. Әммә унан да алдараҡ, үткән быуаттарҙа Шәгәрҙәге быуаны ниндәйҙер әсирҙәр төҙөгән, ул ныҡлы һәм ҙур булған, хатта бында тирмән дә эшләгән, эргә-тирәләге ауылдарҙан унда он тарттырырға килгәндәр, тигән мәғлүмәт тә бар. Әйткәндәй, бер осор минең олатайым Сабит Солтанбаев та тирмәнсе булып эшләгән. Шәгәр бик һалҡын, таҙа, мул һыулы йылға ине заманында. Унда хатта бик һирәк осраған бәрҙе (хариус) балығы ла була торғайны. Шамбы, сабаҡ тота инеләр. Яҡташым Марс Камалов, тыуған яҡты өйрәнеүсе, миңә түбәндәге мәғлүмәтте хәбәр итте. Ул Миәс ҡалаһында булғанда бер музейҙа батша указын күргән. Мәғәнәһе буйынса, һәр бәләкәй ауыл эргәһендә яһаҡ, һалым йыя торған урын (таш ҡоролма) һәм тирмән булырға тейеш, тиелгән. Ошонан сығып, Шәгәр Миндәк менән Яйыҡҡа (Урал йылғаһы) ҡушылғанын иҫәпкә алһаҡ, был бәләкәй йылғала борон-борондан батша указы менән тирмән эшләгән булғандыр. Тирмән булғас, быуаһы ла була, тип фаразлайбыҙ. Икенсенән, оло йылғаларҙың ҡушылдығында быуалар төҙөү һыуҙы таҙартыу маҡсатынан да эшләнгән. Советтар Союзы заманында, минең бала сағымда, был быуа киң, ҙур булып йәйелеп ятыр ине. Йырылып китеүенә килгәндә, Марс Камалов был ваҡиғаны бер тапҡыр 1980 йылдар уртаһында булды тип билдәләй. Аҙаҡ халыҡ көсө менән быуаны тергеҙһәләр ҙә, ул элеккеләй ҙур булмаған, 90-сы йылдар аҙағында тағы ла йырылып киткән һәм башҡа тергеҙелмәгән. Ә Уральск ауылында йәшәүсе, оҙаҡ йылдар агроном булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Булат Шаһивәлиев түбәндәге хәтирәләр менән бүлеште. Әйтеүенсә, быуаны элекке урынынан аҫтараҡ, Ҡурҡас тигән урында эшләргә ниәтләгәндәр. Хатта Өфөлә проект эшләтеп тә алғандар. Төп маҡсаты – сәсеүлектәрҙе һуғарыу өсөн. Күсмә механизацияланған колонна менән эштәрҙе башҡарыу өсөн килешеү ҙә төҙөлгән, әммә илдә үҙгәртеп ҡороуға бәйле киҫкен үҙгәрештәр башланғас, проект тормошҡа ашырылмаған, - ти Мәрзиә ханым. Ул бала саҡ хәтирәләре менән дә бүлеште: быуанан торбалар һуҙып баҫыуҙарҙы һуғаралар, балыҡ та үрсетәләр ине, ти ул. Унан тыш, Учалы халҡы икенсе көнүҙәк проблеманы ла күтәрә: әлеге ваҡытта был тарафтарҙа әүҙем рәүештә урман ҡырҡыла, ә Шәгәр кеүек бәләкәй йылғаларҙың башы тап шунда урынлашҡан. Урман юҡҡа сыҡһа, уларға ла туранан-тура ҡороу ихтималлығы янай. Йомғаҡлау урынына Әлеге ваҡытта тыуған ауылына йән өрөргә ниәтләгән ир-егеттәр ауыл халҡын ойоштороу, быуа быуыу үҙенсәлектәрен белгән белгестәр эҙләү, ниәттәрен төрлө власть даирәләренә еткереү менән мәшғүл. Һис шикһеҙ, ауыл тормошо һыуға туранан-тура бәйле. Ҡотойҙарҙың изге ниәте ерҙә ятып ҡалмаҫ, быуа ише ҡоромаҫ, тип ышанғы килә. Шул уҡ ваҡытта Ҡолош ауылында йәшәүсе абруйлы аҡһаҡал, әүҙем йәмәғәтсе Хәҙис Сафиуллин әйтеүенсә, Урал тауы ҡуйынынан ағып сыҡҡан Шәгәрҙең инеше лә бөгөн иғтибарға мохтаж, малдан тапалып, батҡаҡланып бөткән һәм кисекмәҫтән таҙартыу талап итә. Шуға тәҡдим дә бар: быуа булдырам тигән изге ниәт менән йөрөгән егеттәр эргә-тирәләге ауыл халҡы менән берлектә ошо эште лә ойошторһа ине. Был да изге ниәткә табан ҙур аҙымдарҙың береһе буласаҡ. Фото: Линар Ғәлин.