Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дүрт округта үҙҙәрен үҙҙәре күрһәткән кандидаттар еңеүгә өлгәшкән

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттар һайлау йомғаҡтары буйынса республика Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышы үтте. Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау һөҙөмтәләрен Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко иғлан итте. Йомғаҡ яһар алдынан комиссия ағзалары Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙеловтың Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау буйынса үҙәк һайлау комиссияһына килгән мөрәжәғәттәр тураһында мәғлүмәтен тыңланы һәм иғтибарға алды. Ултырыштың көн тәртибенең икенсе мәсьәләһе буйынса Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко сығыш яһаны. Берҙәм республика округы буйынса депутаттар һайлау үткәрелгән һәм ғәмәлдә тип танылды. Кандидаттар исемлегенең һәр береһе алған һайлаусыларҙың тауыштары түбәндәгесә бүленгән: Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы – 180 696 (11,71 процент); “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Хәҡиҡәт өсөн” социалистик сәйәси партияһы – 114 056 (7,39 процент); “Яңы кешеләр” сәйәси партияһы – 52 688 (3,41%); Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы – 119 373 (7,73 процент); “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы – 1 063 631 (68,92 процент). Һөҙөмтәлә берҙәм округ буйынса тауыш биреү һөҙөмтәһендә сәйәси партиялар алған мандаттар һаны: Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы – алты; “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Хәҡиҡәт өсөн” социалистик сәйәси партияһы – дүрт; Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы – дүрт; “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы – 41. Артабан Илона Макаренко етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау буйынса һайлау кампанияһының дөйөм йомғаҡтарын иғлан итте. Берҙәм республика округы һәм 55 бер мандатлы округ буйынса депутаттар һайлау үткәрелгән һәм ғәмәлдә тип таныла, 110 депутат һайлана: 55 берҙәм республика округы буйынса, 55 бер мандатлы округтар буйынса. Бер мандатлы округтар буйынса биш партия вәкилдәре еңеү яулай. Был дүрт Дума партияһы:”Берҙәм Рәсәй” – 46, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы – ике, “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Хәҡиҡәт өсөн” социалистик сәйәси партияһы – бер, “Яңы кешеләр” партияһы – бер, Рәсәй “Йәшелдәр” экологик партияһы – бер. Бынан тыш дүрт округта үҙҙәрен үҙҙәре күрһәткән кандидаттар еңеүгә өлгәшкән. Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: cikrb.ru