Бөгөн Өфөләге “Рәсәй” медиаүҙәгендә “ГеоВызов” I Халыҡ-ара чемпионатына әҙерлеккә арналған матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Чемпионат республикабыҙ баш ҡалаһында 16 – 22 сентябрҙә уҙғарыласаҡ. Үткән йыл көҙ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ер аҫтын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Петров студентар, ғалимдәр һәм һөнәри геологтар осраша аласаҡ майҙансыҡ булдырыу тураһында килешкәйне. Чемпионатты уҙғарыу идеяһы ла ошолай тыуҙы. Сарала Рәсәйҙең һәм БДБ илдәре йәштәренең геологик хәрәкәте вәкилдәре ҡатнашасаҡ, ә “Роснедра” һәм уның ойошмаларының белгестәре, ер аҫтын файҙаланыусы компаниялар, ошо тармаҡтағы уҡыу йорттары һәм ғилми институттар эксперттар булып сығыш яһаясаҡ. Чемпионатта Рәсәйҙең 13 төбәгенән 18 команда, бынан тыш Ҡаҙағстандан бер команда ҡатнашырға теләк белдергән. Ярыш программаһы 11 этаптан торасаҡ. Матбуғат конференцияһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Аппарат етәксеһе Азамат Абдрахманов, мәғариф министры Айбулат Хажин, эко